Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Октябрь 2019, 01:52

"Урман картаһы" эш башлай

"Мин дә бик күп етешһеҙлектәрҙе аса алырмын".

Фото: glavarb.ru
Фото: glavarb.ru
14 октябрҙә республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин “Урман карта” мобиль ҡушымтаһы проектын тәҡдим итте.


Уның һүҙҙәренсә, был башланғыс ерҙәрҙең тәғәйенләнешен, статусын күҙәтеү, урман фондына килтерелгән зыян дәлилдәренә йәмәғәт контроле механизмын тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирәсәк.


“Система урмандарҙы һаҡлауға һәм арттырыуға йүнәлтелгән. Маҡсатлы аудитория – төбәк халҡы: интернетты файҙаланыусылар, шулай уҡ Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре”, – тине ведомство етәксеһе.


Республика халҡы “Урман карта”һын Android йәки IOS операция системалары ҡулланылған мобиль ҡоролмаларға ҡуя ала. Был уларға янғын, законһыҙ ағас ҡырҡыу, сүп-сар өйөмдәре һ.б. етешһеҙлектәр хаҡында хәбәр итеү мөмкинлеген бирә. Геннадий Разумикин һүҙҙәренсә, тәүге мөрәжәғәттәр килә башлаған да инде.


“Мин күптән беҙҙең иҡтисад өлкәләрен һанлаштырыуға өлгәшергә ынтылам. Эштең башы бар”, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров. Ул ай дауамында “Урман карта”һына апробация үткәрергә ҡушты.


Төбәк етәксеһе Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса советҡа, экологтарға, урманлы төбәктәрҙең муниципалитет етәкселәре һәм белгестәренә яңы ҡушымтаның эшенә анализ яһарға тәҡдим итте.


“Ошонан һуң мин ҡушымтаны үҙемә лә ҡуям. Республика буйлап күп йөрөйөм һәм, моғайын, бик күп етешһеҙлектәрҙе аса алырмын, – тине Радий Хәбиров. – Яңы ресурстың эшенән аныҡ һөҙөмтә булырға тейеш. Уның уңышы ҡулланыусыларҙың күплегенән, күҙәтеү, хоҡуҡ һаҡлау органдары, Урман хужалығы министрлығы менән бәйләнештән дә торасаҡ”.
Читайте нас