Рәсәй Президенты гранттары фонды рәсми рәүештә 2019 йылдың икенсе Президент гранттарын бүлеү конкурсына йомғаҡ яһаны.
Беренсеһендәге кеүек үк, октябрҙә лә Волга буйы федераль округы еңеүселәр һаны һәм бүленгән финанстар күләме буйынса икенсе урынға сыҡты.
Волга буйы федераль округынан һәр дүртенсе ҡатнашыусы еңде: округтың 407 лидеры проекты 618,4 миллион һум аласаҡ. Икенсе конкурсҡа округтың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары бөтәһе 1,7 мең ғариза ебәргән.
Волга буйы федераль округында еңеүсе проектар һаны буйынса беренсе урында Башҡортостан тора. Беҙҙекеләрҙең 55 ғаризаһы 63 миллион һумға раҫлау алған. Икенсе урында – Һамар өлкәһе, уларҙың 51 проекты 98 миллион һумлыҡ грант финанслауы аласаҡ. Өсөнсө урында – Удмурт Республикаһы. Уларҙың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары 49 миллион һумлыҡ 37 грантҡа лайыҡ булған.
Конкурста еңеүселәрҙе Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров тәбрикләне.
"Волга буйы федераль округының был конкурста алдынғылар рәтендә булыуы беҙҙең төбәктәрҙә Рәсәй Президенты грантына конкурсына ҙур ихтыяж булыуын күрһәтә. Беҙҙән еңеүселәр һаны арта, беренсе конкурс һөҙөмтәләре буйынса июндә грантҡа 337 ғариза лайыҡ булғайны. Әле иһә 20 процентҡа күберәк. Волга буйы федераль округының коммерцияға ҡарамаған ойошмалары проекттарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк дөйөм аҡса күләме 100 миллион һумға үҫте. Был – округта йәшәгән бөтә кешеләрҙең дә дөйөм еңеүе, сөнки был гранттар тәү сиратта социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға тотоноласаҡ. Улар һәр кемдең тормошон яҡшыраҡ итеүҙе күҙаллай", – тине Игорь Комаров.
Рәсәй буйынса бөтәһе туғыҙ мең проект конкурсҡа ебәрелгән, еңеүсе булып 2128 проект (23,4 процент) табылған. Улар барлығы 4,35 миллиард һумлыҡ финанслау алды.