Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Октябрь 2019, 18:22

Бизнес иркен һулыш алһын

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Конкурентлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса йәмәғәт советы ултырышы булды. Сара республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Михаил Евраев рәйеслегендә үтте.

glavarb.ru
glavarb.ru
Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Конкурентлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса йәмәғәт советы ултырышы булды. Сара республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Михаил Евраев рәйеслегендә үтте.
Кәңәшмәлә шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте, федераль һәм республика башҡарма власть органдары, кредит һәм ресурстарҙы һаҡлау ойошмалары, төбәктәге үҫеш институттары, эшлекле берекмәләр ағзалары ҡатнашты.
– Монополияға ҡаршы хеҙмәт ҙур эш башҡара. Бизнес өсөн асыҡтан-асыҡ ғәҙел ҡағиҙәләрҙе яҡлауҙа, ысын мәғәнәһендә конкурентлы эшҡыуарлыҡ мөхите булдырыуҙа һеҙ – беҙҙең иң беренсе союздашыбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Сәләмәт мөхит – ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указында һәм милли проекттарҙа билдәләнгән төп бурыстарҙы тормошҡа ашырыу. Республика конкурентлыҡ стандарттарын 2015 йылдан ғәмәлгә индерә башланы. 2017 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан илдә етенсе урынды биләй.
Михаил Евраев әйтеүенсә, Башҡортостан һуңғы йылдарҙа монополияға ҡаршы ғәмәлдәрҙе үҫтереү йәһәтенән һөҙөмтәлелек күрһәтә: етешһеҙлектәр кәмей, дәүләт һатып алыуҙарында ҡатнашҡан бәләкәй предприятиелар һаны арта. Совет ултырышында шулай уҡ яңы федераль нормаларға ярышлы, төбәктәр өсөн конкурентлыҡты үҫтереү буйынса тауар баҙарҙарының универсаль исемлеге төҙөлөү тураһында һүҙ барҙы. Республикала 33 өҫтөнлөклө йүнәлеш билдәләнгән.
Радий Фәрит улы Хөкүмәткә конкурентлыҡты үҫтереү буйынса юл картаһын әүҙемләштерергә ҡушты.
– Минең бурыс – бизнесҡа иркен һулыш алыу мөмкинлеген биреү, – тине ул.
Читайте нас