Малсылыҡ, үҫемлекселек тармағындағы уңыштары менән ғорурланалар.
“Шаранагрогаз” йәмғиәте – хәҙерге технологиялар нигеҙендә ныҡлы етештереү базаһына эйә булған, бер үк ваҡытта продукция эшкәртеү тармағын үҫтереүгә ҙур иғтибар биргән алдынғы хужалыҡтарҙың береһе. Хужалыҡ малсылыҡ, үҫемлекселек тармағындағы ҡаҙаныштары, уңыштары менән хаҡлы ғорурлана.
Йәмғиәткә алдынғы ҡарашлы, белемле, ауыл тормошон яҡшы белгән Рәфис Бәҙретдинов етәкселек итә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул малсылыҡ тармағында ла, үҫемлекселектә лә ҙур тәжрибә туплап өлгөргән.
– Әле генә баҫыуҙарҙан мул уңыш йыйып алып, һаҡлауға һалып өлгөрмәнек, мал ҡышлатыуға әҙерлектең ҡыҙыу осоро ла килеп етте. Ғәҙәттәгесә, ауыл халҡы иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр фермаларҙан ҡайтып инмәй. Уларҙың уңғанлығына һоҡланырлыҡ – шәхси ихатаһында ла тырышалар, “колхоз эшендә” лә хеҙмәт өлгөһө күрһәтәләр, – ти хужалыҡ етәксеһе. Әйткәндәй, баҫыуҙар быйыл мул уңышы менән һөйөндөргән, сифатлы ашлыҡ һаҡлауға һалынған.
Йәмғиәттең өс һөтсөлөк фермаһында бөгөн 1700-ҙән ашыу һыйыр малы аҫрала, 200-гә яҡыны айырым ҡураларҙа тотолоп, һимертеүгә ҡуйылған. Ауыл эшсәндәре йәй айында фермаларға ремонт үткәреп, дезинфекция эштәре башҡарған. Һәр урында тәртип, бөхтәлек хөкөм һөрә. Бында күптән инде ҡул көсө ҡулланылмай тиерлек, күп кенә эштәр механизацияланған. Ҡышлатыу осоро башланып өлгөрмәгән, ә малсылар бөгөн 60-тан ашыу быҙау алыуға өлгәшкән. Яңы тыуған быҙауҙарға ла иркен, йылы ҡуралар булдырылған. Яһалма ҡасырыу эше яҡшы ҡуйылған, әммә бөгөн үк хужалыҡҡа пенсияға киткән зоотехник урынына белгес кәрәк, яһалма ҡасырыу белгесе лә талап ителә икән.
600-ҙән ашыу һыйыр һауып, малсылар көн дә Өфө ҡалаһының һөт комбинатына алты тоннанан ашыу аҡ тапшыра. Продукция сифатлы, юғары сортлы, шуға ла ихтыяж ҙур, күп кенә һөт комбинаттары нәҡ “Шаранагрогаз” йәмғиәте менән килешеү төҙөргә ынтыла.
– Шөкөр, беҙҙең продукцияға ихтыяж ҙур, сифатлы булыуына өҫтөнлөк бирәләр. Шуға ла малсылар сифат өсөн тырыша, бөгөн насар продукция һатһаң, иртәгә һинекен һорамаясаҡтар, тигән принцип менән эшләй, – ти Рәфис Таһир улы. – Ит ризыҡтарын да һәр кем яратып һатып ала, хатта баш ҡаланан районға ҡунаҡҡа килеүселәр, күстәнәскә тип, беҙҙә етештерелгән ризыҡҡа өҫтөнлөк бирә.
Малдарҙың аҙыҡ өҫтәле мул һәм бай булмаҡсы, сөнки ишле малға уны йәй-көҙ айҙарында етерлек күләмдә хәстәрләгәндәр. Ауыл эшсәндәре 14 мең гектар майҙанда үҫемлекселек менән шөғөлләнә, баҫыуҙар минераль ашламалар менән даими туҡландырылғас, йыл һайын мул уңыш алыуға өлгәшәләр.
Техника паркы төҙөк, бай, уны йыл һайын тиерлек заманса һәм ҡеүәтле ауыл хужалығы техникаһы, төрлө ҡорамалдар менән яңыртып торалар. “Техника һатып алыуға күпләп аҡса тотонолһа ла, аҙаҡ файҙаһын бирә ул”, – ти етәкселек. Әле генә баҫыуҙарҙан уңыш йыйып алған ялан батырҙары бөгөн заманса оҫтаханаларҙа ауыл хужалығы техникаһын яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләй, алмаш частар хәстәрләй. Әлбиттә, бында баҫыу эштәренә әҙерлек йыл буйына дауам итә.
Әйткәндәй, төҙөлөш һис туҡтағаны юҡ. Һуңғы йылдарҙа ғына 400 урынлыҡ яңы ике мал аҙбары, быҙауҙар өсөн айырым ҡура, ярма ярҙырыу цехы, йылҡылар өсөн ҡура сафҡа ингән.
Тағы ла минераль ашламалар һаҡлау өсөн заманса келәттәр, өс мең тонна силос һыйҙырышлы соҡорҙар бөгөн хужалыҡҡа хеҙмәт итә. Иген таҙартыу комплекстары, иген киптергестәр, йәшелсә һаҡлағыстар төҙөлгән. Дүрт мең башҡа иҫәпләнгән сусҡасылыҡ комплексы ла ҡабаттан эшләй башлаясаҡ, быға тиклем буш торған бинала ремонт эштәре башланған. “Беҙгә сусҡасылыҡ фермаһы бик кәрәк, ә сусҡа малын үрсетеү өсөн заманса биналар бар. Ә инде был комплекс асыла ҡалһа, күпме кешегә эш урыны ла булыр ине”, – ти Рәфис Бәҙретдинов.
Халыҡ йәмғиәт төҙөгән тирмәндән, икмәкхананан файҙалана, емеш-еләкле баҡсаһы булған быуаға йөрөй. Умарталыҡ та йыл һайын үҙенең балы менән ауыл эшсәндәрен ҡыуандыра.
Водителдәр, механизаторҙар өсөн хәҙер йыл әйләнәһенә йылы гараж эшләй, “ел-ямғыр, ҡышҡы һыуыҡтар беҙгә ҡурҡыныс түгел” тип һөйөнә механизаторҙар. Хеҙмәткәрҙәр өсөн ашхана ла ҡаралған, сит ауылдарҙан килеп эшләгәндәргә бөтә уңайлыҡтары булған дөйөм ятаҡтан урын бүленә. Хеҙмәт урынына алып килеү-алып ҡайтыуҙы ла йәмғиәт үҙ өҫтөнә алған.
– Халыҡ эшкә дәртләнеп килһен өсөн уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ, сөнки хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығы менән генә уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшергә мөмкин, — ти Рәфис Таһир улы.
Бында 200-ҙән ашыу кеше эшләй, 30-ға яҡыны юғары белемле, 60-тан ашыуы иһә махсус урта белемгә эйә. Шуныһы ҡыуаныслы: ауыл хужалығы уҡыу йорттарын тамамлаған белгестәр ҙур теләк менән йәмғиәткә эшкә килә. Хеҙмәт хаҡының юғары булыуын билдәләп, уның ваҡытында түләнеүе лә бөгөн мөһим, әлбиттә. Мәҫәлән, быҙау ҡараусылар 25 мең һумдан ашыу эш хаҡы алһа, ябай көтөүсенеке иһә 38 мең һум тәшкил итә. Әйткәндәй, бында дәртләндереү саралары киң ҡулланыла, һауынсыларҙың хеҙмәт хаҡына өҫтәп тағы ла биш мең һум аҡса бирелә. Киләсәктә хужалыҡта тир түккән бөтә хеҙмәткәрҙәргә лә ошондай дәртләндереү сараһы ҡулланыласаҡ. Премиялар эш һөҙөмтәһенә ҡарап түләнә. Шәхси йортонда мал аҫраусыларға бесән-һаламы бүленә, ә теләгәндәр быҙау алып та тәрбиәләй ала. “Йәшерен-батырыны юҡ, һуңғы ваҡытта ололарға алмашҡа йәштәр килмәй, кадрҙарға ҡытлыҡ һиҙелә башланы, сөнки күптәре пенсия йәшендәләр.
Бәлки, ошондай дәртләндереү саралары индерелһә, йәмғиәткә йәштәр ҙә, белемле кадрҙар ҙа ылығыр ине”, – ти етәкселек.
Йәмғиәт һөт, ит етештереп кенә ҡалмай, бында тәүлегенә ике мең тоннаға яҡын ит эшкәртеү, 10 тонна һөт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә цехтар эшләй. Мәҫәлән, ит эшкәртеү цехында 25 кеше эш менән мәшғүл. Уларҙың тырышлығы һөҙөмтәһендә бер нисә төр ыҫланған, бешерелгән колбаса, төрлө ит ризыҡтары, субпродукттар етештерелә. Бынан тыш, йылҡы, һыйыр итен һатыуға сығаралар. Тик сусҡа итен генә Стәрлетамаҡ районынан үҙҙәре һатып алып, төрлө ит ризыҡтары етештереүҙә ҡулланалар. Ошонда уҡ 12 төр ярымфабрикат та етештерелә. Продукцияны һатыуға сығарыу өсөн хужалыҡтың ун фирма магазины бар, район халҡы ғына түгел, ситтәр ҙә сифатлы, тәбиғи продукцияны яратып һатып ала. Өфө, Октябрьский, Туймазы ҡалаларында ла “Шаранагрогаз” йәмғиәте етештергән продукцияға өҫтөнлөк бирәләр. Киләсәктә уны хатта сит өлкәләргә лә сығарырға иҫәп тоталар.
Етәкселек алға ҡарап йәшәй һәм эшләй, алдағы йылдарҙа ер майҙанын 25 мең гектарға арттырып, тоҡомло мал һанын ишәйтеп, картуф үҫтереүҙе юлға һалмаҡсылар. Хужалыҡ паркын ҡеүәтле ауыл хужалығы техникаһы, ҡорамалдар менән тулыландырыуҙы ла күҙаллай йәмғиәт етәкселеге.
– Алдынғы, тырыш һәм эшкә бөтмөр хеҙмәткәрҙәр булғанда, бер ниндәй ауырлыҡтар ҙа эшмәкәрлегебеҙгә ҡамасау була алмай, минеңсә. Ә беҙҙә эшһөйәрҙәр, һөнәренә мөкиббән бирелгәндәр бихисап, – тине Рәфис Бәҙретдинов.