Иҡтисад
17 Октября 2019, 20:09

Урал ҡоросо – Мәскәү юлдарында

Белорет металлургия комбинаты Мәскәүҙә эре юл объекттары төҙөү өсөн иретеп йәбештерелгән селтәр һәм башҡа метиздар етештерҙе.

Фото: mail.ruФото: mail.ru
Фото: mail.ru
Белорет металлургия комбинаты Мәскәүҙә эре юл объекттары төҙөү өсөн иретеп йәбештерелгән селтәр һәм башҡа метиздар етештерҙе.
“Мечел” компанияһына ҡараған Силәбе металлургия комбинатында ла юл магистрале өсөн арматуралар, балкалар әҙерләнгән. Төҙөлөш өсөн баш ҡалаға бөтәһе 6 мең тонна металл продукцияһы оҙатылды.
Урал металынан төҙөлгән эре юл объекттары Мәскәү автоҡуласаһындағы хәрәкәтте 20-25 процентҡа кәметәсәк һәм ҡала округтарын тура тоташтырып, транспорт ағымын көйләйәсәк тип күҙаллана.
Читайте нас