Иҡтисад
19 Октября 2019, 07:07

270 кубометр ағас урлағандар

Һөҙөмтәлә өс енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Фотолар Башҡортостан Урман хужалығы министрлығынан.Фотолар Башҡортостан Урман хужалығы министрлығынан.
Фотолар Башҡортостан Урман хужалығы министрлығынан.
Урманды рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтарын һәм ағас әйләнешен асыҡлау маҡсатында уҙғарылған "Урман" оператив-иҫкәртеү операцияһы барышында урман инспекторҙары 275 рейд ойошторҙо.
Улар менән берлектә полиция, үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төрҙәге техниканы күҙәтеү инспекцияһы вәкилдәре лә тикшереүҙә ҡатнашты. Сара барышында ағас ташыған 299 автотранспорт тикшерелде.
Рейдта инспекторҙар урман ҡануниәтен боҙоуҙың 134 осрағын асыҡланһа, уларҙың 38-е ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыуға тура килә, йәғни 270,07 кубометрҙы урлағандар. Һөҙөмтәлә өс енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ағасты тейешле документтар төҙөмәйенсә ташыған өсөн 96 административ протокол төҙөлгән.
Читайте нас