Республикала шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу дауам итә. Әле барыһы 1,3 миллион тонна “татлы тамыр” ҡаҙып алынған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, сөгөлдөрҙән барлығы 1,26 миллион тонна уңыш йыйып алынған. Шулай итеп, һәр гектарҙан уңыш уртаса 364 центнер тәшкил итә.
Быйыл республикала сөгөлдөр уңышы, былтырғы менән сағыштырғанда, 16 процентҡа юғарыраҡ. Әле “татлы аҙыҡ”тан иң юғары уңыш Бүздәк районында (210,5 мең тонна ҡаҙып алынған) булһа, Благовар (180,4 мең тонна), Шишмә (169 мең тонна) райондарында ла күрһәткестәр яҡшы. Республикала бөтәһе 34,6 мең гектар майҙандан шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған. Был – пландың 73 проценты.
Ғафури районында ла “татлы тамыр”ҙан уңыш йыйыу яҡшы бара. Бында “Сатурн”, Таҡтаров исемендәге һәм башҡа хужалыҡтар, фермерҙар ошо культураны үҫтереү менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, “Восход СТ” (етәксеһе – Руслан Бакиров) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә сөгөлдөр баҫыуҙары 1200 гектар майҙанды биләй. Уңышты йыйыуға дүрт комбайн һәм бер тейәгес йәлеп ителгән. Ике комбайн үҙҙәренеке булһа, икәүһе ҡуртымға алынған.
Бында уңыш гектарынан 400 центнер тәшкил итә. Әле сөгөлдөр үҫтерелгән майҙандарҙың 40 процентынан “татлы аҙыҡ” йыйып алынған да инде. Комбайндар ҙа, тейәгес тә заман техникаһы талаптарына яуап бирә. Шуға улар менән оҫта ҡулдар ғына идара итә алалыр, моғайын. Комбайнсылар Дмитрий Михайлов, Артем Долин, Андрей Ильин – тап шундайҙарҙан. Әйткәндәй, был һөнәр еңелдән түгел, ямғыр һибәләйме, ҡояш нурҙарын таратамы, улар баҫыуҙарҙы иңләргә, уңышты теүәл йыйып алырға тейеш. Өҫтәүенә, улар бары ошо миҙгелдә генә аҡса эшләп ҡала, әммә егеттәр тырыша, был һөнәргә тоғро ҡала.
Хужалыҡ ҡуртымға алған алты мең гектарҙан ашыу ерҙең дүрт мең 840 гектары – һөрөнтө ерҙәр. Бында яҙғы бойҙай, көнбағыш, һоло һәм башҡа иген культуралары үҫтерәләр. Шулай уҡ тәжрибә баҫыуҙары ла бар. Уларҙан яҡшы уңыш алыу өсөн баш агроном Илдар Чурбаев, агроном-химик Азамат Ғәлләмов һәм орлоҡсолоҡ буйынса агроном Николай Карпов яуап бирә.
Беҙ барғанда райондың Антоновка ауылы эргәһендәге баҫыуҙа шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу бара ине. Баш агроном Илдар Чурбаев “татлы аҙыҡ” өсөн йылдың еңел булмауы хаҡында белдерҙе. Әле – ямғырҙың бер аҙ туҡтап торған осоро. Ошо мәлде файҙаланып ҡалырға тырыша ғафуриҙар.
Республикала, уңыш йыйыу менән бергә, шәкәр заводтары ла көйлө эш башлай. Ғафуриҙар үҫтергән “татлы тамыр” иһә Мәләүез шәкәр заводына оҙатыла.