Бынан 30 йыл самаһы элек Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлап, Краснокама яҡтарына йүнәлтмә буйынса эшкә килгән Илеш егете Рифҡәт Хәтмуллин әле бер нисә ауылды берләштергән “Алға” тоҡомсолоҡ хужалығына етәкселек итә. Төбәктә Рифҡәт ағайҙың абруйы көслө. Олоһо ла, кесеһе лә ихтирам итә уны.
– Ауыл эшсәндәре менән донъя йөгөн бер булып тартҡанда ғына уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшергә мөмкин, – ти Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рифҡәт Ҡәүей улы. – Шөкөр, мин уларҙан уңдым, тырыш, эш һөйөүсән булыуҙары ҡыуандыра. Ялҡауҙарға беҙҙә урын юҡ.
“Алға” тоҡомсолоҡ заводы төбәктә һөт, ит етештереү буйынса алдынғы урында. “500 ферма” программаһына инеп, дәүләттән бүленгән аҡсаны маҡсатлы ҡулланып, совет осоронда төҙөлгән иҫке биналарҙы бөтөнләй һүтеп ташлап, ишле мал һыйҙырышлы заманса фермалар һалғандар, быҙауҙарға ла айырым урын булдырғандар.
Бында төҙөлөш әле лә туҡтағаны юҡ, яңы фермалар сафҡа индерелә, силос, сенаж соҡорҙары яңыртыла. Биналарҙы танымаҫһың да: пластик тәҙрәләр, аҙыҡ өҫтәле, автоматлаштырылған һөт үткәргестәр, һыуытҡыстар урынлаштырылған. “Хозяин” аҙыҡ таратҡысы бер нисә кешенең хеҙмәтен алмаштыра.
Элек ауылдан сығып киткән йәштәрҙең күбеһе ҡалала тороп ҡалһа, бөгөн уңайлы хеҙмәт һәм көнкүреш шарттары булдырылғас, юғары уҡыу йортон тамамлап, хужалыҡҡа ҡайтыусылар һаны арта бара икән.
Әйткәндәй, “Алға”ла 13 ауылдан 140 кеше эшләй. Ололар менән бер рәттән йәштәр ҙә тырышып хеҙмәт итә, эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ һиҙелмәй. Эш һорап килеүселәр етерлек, сөнки етәкселек тарафынан һәр кемгә иғтибар ҙа, ихтирам да бар. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, 18 мең һумдан кәм алмайҙар. Шәхси ихатаһында мал тотоусыларға ла бында тир түгеү күпкә уңайлы: кәрәк икән, бесәнен, һаламын яҙҙырып алалар, фуражын да йәлләмәйҙәр. Быҙаулата алырға теләһәң, рәхим ит.
Етәкселек алдынғы малсылар, механизаторҙарҙың эшенән ҡәнәғәт. Юрий Айдимиров, Иван Байрашев, Виталий Иртуғанов, Ғәзизйән Мирзаһитов, Илүс Гәрәев, Талия Адиева, Рәмилә Миңнуллина, Рәйсә Кирилова, Эвелина Әбдрәшитова, Нәзир Хажимуллин, Валерий Илмырҙин, Мөслим Әхмәтов һәм башҡалар бөгөн хужалыҡтың төп көсөн тәшкил итә икән.
Ауылға эшкә ҡайтыусыларға уңайлы шарттары булған йорттар бирелә. Киләсәктә етәкселек махсус белемле белгестәрҙе йәлеп итеү маҡсатында был тәңгәлдә эште әүҙемләштерергә ниәтләй. “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” маҡсатлы программаһы нигеҙендә күп кенә йәш ғаиләләр торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан да инде.
Хужалыҡтың малы ишле, әле ҡара-сыбар тоҡомло ике меңдән ашыу һыйыр малы аҫрала, шуның 700-ө – һауын һыйыры. Көн һайын Бәләбәй һөт заводына туғыҙ тонна юғары сортлы аҡ оҙаталар. Көтөүҙе яңы таналар менән тулыландырыу эше лә уңышлы алып барыла. Яһалма ҡасырыу эше яҡшы ҡуйылған.
Тоҡомсолоҡ заводы булараҡ, йыл һайын үҙҙәре лә мал һатып, хужалыҡ кассаһын тулыландыралар. Ит һатыуҙан да төшөм һәйбәт килә. Ауыл хужалығы техникаһына ла ҡытлыҡ кисермәйҙәр, уны яңыртыу өсөн аҡса йәлләмәйҙәр. Техника һәр саҡ төҙөк, иҫкеһен ремонтлап торалар.
Хужалыҡта мал ҡышлатыу осоро ойошҡан башланған. Шөкөр, йәй-көҙ айҙарында ике йылға етерлек мал аҙығы хәстәрләп, миндек йыйыу ойошторғандар. Ылыҫлы миндекте ҡыш малдарға бирәләр.
Малсыларҙың эш көнө иртә таңдан башланып, һуң ғына тамамлана, әммә һәр кем бурысын еренә еткереп башҡара.
Рифҡәт Ҡәүей улы ауылдың социаль хәлен яҡшыртыуға ла ҙур көс һала. Урамдарға асфальт юл түшәү, һыу колонкаларын ремонтлау, бағаналарға лампочка ҡуйыу кеүек мәсьәләләрҙе лә үҙе хәл итә. Мәҙәниәт һарайы, китапхана хеҙмәткәрҙәре лә халыҡтың, ялға ҡайтҡан йәштәрҙең мәҙәни тормошона яңылыҡ индереү өсөн тырыша.
– Шөкөр, көҙгө уңышты баҫыуҙарҙан йыйып алдыҡ, гектарынан уртаса 18-әр центнер булды, йылына ҡарап бына тигән, – тине йәмғиәт етәксеһе. – Әле бөтә көс мал ҡышлатыуға йүнәлтелгән, бынан тыш, яҙғы сәсеү эштәренә лә әҙерлек алып барыла. Ял итергә ваҡыт юҡ, тырыш хеҙмәт арҡаһында ғына юғары уңыштарға өлгәшәбеҙ ҙә инде.