Башҡортостан рәсми рәүештә “Сколково” фондының төбәк операторы булды. Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Мәскәүҙә үткән “Асыҡ инновациялар-2019” халыҡ-ара инновациялы үҫеш форумында тейешле килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
“Был сираттағы документҡа дежур ҡул ҡуйыу түгел. Беҙ, асылда, инновациялар һәм уларҙы йәшәйешкә индереү араһында күпер булып торабыҙ. Хәҙер “Сколково”ның башҡорт резиденттары республикабыҙҙа тейешле барлыҡ преференцияларын рәсмиләштерә ала”, – тине Радий Хәбиров.
Асылда, “Сколково” резиденттары гранттар аласаҡ (5 – 300 миллион һум), был уларға эште идеянан башлап тормошҡа ашырыуға тиклем ярҙам итәсәк. Шулай уҡ улар өсөн һалым түләү йомшартыласаҡ, ташламалар буласаҡ.
Резидент булыу өсөн “Сколково”ның рәсми сайтында теркәлергә һәм электрон заявка бирергә кәрәк.
“Әлегә фондта Башҡортостандан 14 резидент теркәлгән. Был йәһәттән сикләүҙәр юҡ, әммә айырым талаптар бар”, – тине төбәк Башлығы.
“Республикалағы компанияларға хеҙмәтләндереүҙең барлыҡ спектрҙарын күрһәтербеҙ тип иҫәпләйем, – тине фонд рәйесе Аркадий Дворкович. – Беҙҙең өсөн иң мөһиме – илгә файҙа килтереү. Ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшербеҙ тип ышанам, сөнки республика көслө, халҡы эшләй белә, хеҙмәт ярата”.