Башҡортостан, ҙур һәм алдынғы агросәнәғәт төбәктәренең береһе булараҡ, ауыл хужалығы продукцияһының төп төрҙәрен етештереү буйынса илдә алдынғы урындарҙы биләй. Төбәк иҡтисадының төп тармағы республика етәкселегенең даими иғтибары үҙәгендә. Йыл һайын ауыл хужалығын үҫтереүгә, социаль инфраструктураны яҡшыртыуға ҙур күләмдә аҡса бүленә. Республика эшсәндәре үҙҙәренең һөнәри байрамын ниндәй хеҙмәт ҡаҙаныштары менән ҡаршылай? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат ФӘЗРАХМАНОВҡа мөрәжәғәт иттек.
– Илшат Илдус улы, себеште көҙ һанайҙар тигән кеүек, урып-йыйыу эштәренә лә йомғаҡ яһар мәл етте. Үҫемлекселектәге күрһәткестәр ҡәнәғәтләнерлекме?
– Борон-борондан данлыҡлы һаналған ер кешеһенең хеҙмәте тәбиғәт шарттарына ныҡ бәйле. Мәҫәлән, быйылғы миҙгел һуңғы ун йылда иң ҡырыҫ булыуы менән хәтерҙә ҡалыр, моғайын. Сәсеүлек майҙандары өс миллион гектар тәшкил итте. 2 миллион 125 мең гектарын яҙғы культуралар биләһә, шуның 1,7 миллион гектарында – иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар. Үкенескә ҡаршы, апрель-май айҙарындағы ҡырауҙар арҡаһында 140 мең гектар ерҙәге ужым культуралары һәләк булды, 500 хужалыҡ зыян күрҙе, 682,8 миллион һумлыҡ юғалтыу булды. Ә май-июнь айҙарында ҡоролоҡ бәкәлгә һуҡты – 85 ауыл хужалығы предприятиеһы зарар күрҙе. Был хужалыҡтарҙа 36,3 мең гектар майҙанда үҫентеләр юҡҡа сыҡты, күрелгән зыян 185,5 миллион тирәһе ине.
Миҙгелдең шундай ҡатмарлы килеүенә ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы эшсәндәре баҙап ҡалманы. Уңыш нигеҙе – тынғыһыҙ хеҙмәт, тиҙәр бит. Барлыҡ агротехник сараларҙы теүәл үтәү, ойошҡанлыҡ, эшсәндәрҙең үҙ шөғөлөнә яуаплы ҡарауы тейешле һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкинлек бирҙе һәм республикала иген культураларын йыйыу уңышлы тамамланды.
Быйыл бураларға 3 миллион 300 мең тонна ашлыҡ һалынды. Был былтырғы күрһәткестән 136 мең тоннаға, йәғни дүрт процентҡа күберәк. Республикала уртаса төшөм гектарынан 20 центнер тирәһе тәшкил итте (былтыр 18,8 центнер булған). Саҡмағоштар гектарынан 41 центнер иген алып, иң юғары һөҙөмтә күрһәтте. Шулай уҡ Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Стәрлетамаҡ райондарында ла күрһәткес 27 – 29 центнер тәшкил итте. Ә хужалыҡтар араһында “Базы” (гектарынан 50 центнер, Саҡмағош), “Красная Башкирия” (16 центнер, Урал аръяғы өсөн был яҡшы күрһәткес), “Урожай” (36 центнер, Ауырғазы), Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативы, “Ашҡаҙар”, “Старт” (28 – 32 центнер, Мәләүез), Калинин исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһы (29 центнер, Стәрлетамаҡ) юғары уңыш менән һоҡландырҙы.
Әйткәндәй, машиналар булһа ла, үҫтерелгәнде тиҙ арала йыйыр өсөн етерлек кимәлдә түгел әле. Шуға ла 2025 йылға беҙ техника паркын тағы ла 1200 комбайнға арттырырға тейеш. Ул сағында ураҡ эштәрен 15 көндә тамамлар инек.
Республиканың һигеҙ районы 100-әр мең тоннанан ашыу иген һуғып алһа, Стәрлетамаҡ эшсәндәре 207,1 мең тоннанан иген йыйып, ғәҙәттәгесә, иң алдынғы урынды биләй. Саҡмағоштар бураларға – 191 мең тонна, Илеш 166,6 мең тонна иген һалған.
– Билдәле булыуынса, әле техник культуралар, йәшелсә, бәрәңге йыйыу дауам итә. Уларҙың уңышы нисек?
– Был йүнәлештә лә баҫыу эштәре планға ярашлы бара. Сөгөлдөр – үҫемлекселектә республикабыҙ иҡтисадына һиҙелерлек өлөш индергән культура төрө. Тап шуға ла сәсеүлек майҙанын арттырыуға етди иғтибар бирелә. Әйткәндәй, былтыр Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрө майҙандары 46 мең гектар тәшкил итһә, быйыл 48 мең гектар ерҙе биләй.
Әле баҫыуҙарҙың күпселек өлөшө йыйып алынған. Гектарынан уртаса уңыш 370 гектар тәшкил итә. Шулай ҙа күрһәткестәре 500 – 800 центнерға еткән хужалыҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, Ғафури районының “Старт” крәҫтиән хужалығында, Бүздәк районының “Нерал-Бүздәк” йәмғиәтендә һөҙөмтәләр юғары. Республикалағы өс шәкәр заводы үҙебеҙҙә үҫтерелгән барлыҡ сөгөлдөрҙө тулыһынса эшкәртеү мөмкинлегенә эйә.
Әйткәндәй, республикала беҙ шәкәрҙе ҡулланғанға ҡарағанда күберәк етештерәбеҙ. Йән башына бер йылға ул медицина нормаһы буйынса 24 килограмм ҡаралһа, былтыр республикала был аҙыҡ 45,2 килограмм әҙерләнгән. Үҙебеҙҙе шәкәр менән 188,3 процентҡа тәьмин итәбеҙ. Татлы аҙыҡ кәрәгенән тыш етештерелеү сәбәпле, шәкәрҙе экспортҡа оҙатыуға йүнәлеш тотабыҙ.
Шулай уҡ быйыл көнбағыш, етен, рапс, гәрсис кеүек май культуралары 383,5 мең гектар ерҙе биләй. Уларҙың да күпселек өлөшө йыйып алынды, ошо көндәрҙә эште тамамларбыҙ тип торабыҙ. Әйткәндәй, урып-йыйыу эштәре менән бергә киләһе йыл хаҡында ла хәстәрлек күрелә. Быйыл 400 мең гектарҙа ужым культураларын сәсеү тамамланды.
– “Агросәнәғәт продукцияһы экспорты” федераль проектына ярашлы, 2024 йылда Башҡортостан сит илдәргә 220 миллион долларлыҡ продукция һатырға тейеш. Был 2018 йылдағыға ҡарағанда өс тапҡырға күберәк тигән һүҙ. Ошо хаҡта ентекләберәк һөйләгеҙ әле.
– Һуңғы йылдарҙа республикала ауыл хужалығы тотороҡло үҫешә. Дәүләт программалары ер эшсәндәренә һөҙөмтәле эшләргә көс, дәрт өҫтәй. Былтыр, мәҫәлән, 76,3 миллион доллар күләмендә ауыл хужалығы аҙығы экспортҡа оҙатылһа, быйыл был һанды 91 миллион долларға еткереү бурысы ҡуйыла. Башҡортостандан киткән продукцияның 32,9 проценты – иген, 23,9 проценты көнбағыш һәм рапс майы, 11,8 проценты – һөт аҙыҡтары, йомортҡа, бал, ә ете проценты мал аҙығы өлөшөнә тура килә. Быйыл иһә сит илдәргә һатыласаҡ экспорттың 40 – 50 проценты – иген, 25 процент тирәһе май продукцияһы булыр тип көтөлә.
Үҙебеҙҙең эске ихтыяж өсөн 2,2 миллион тонна иген етә. Быйыл туғыҙ айҙа республиканан 231 мең тонна иген оҙатылды, йыл аҙағына тиклем 500 мең тонна һатырға иҫәп тотабыҙ, шуның яртыһы – экспортҡа.
Бөгөн иген һатыу буйынса инфраструктура, шул иҫәптән һыу транспорты буйынса ситкә сығарыу проекттары әүҙем тормошҡа ашырыла. Агросәнәғәт продукцияһын һыу юлы менән оҙатыу – иң арзан һәм отошло алымдарҙың береһе. Тап шуға ла май айында республика етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте”ндә төбәктең агросәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса инвестиция проекттары ҡаралғайны. Шуға ярашлы, Ағиҙел йылғаһы аша Илеш районының Груздевка ауылынан Татарстандың Аҡтаныш районының Аҙакүл ауылына тиклем 20 километр йылға дүрт метрға тәрәнәйтелде. Был өс мең тонна һыйҙырышлы “йылға-диңгеҙ” класлы һыу транспортына ярға яҡын килергә мөмкинлек бирәсәк. Ошо көндәрҙә унан өс мең тонна иген һыйҙырышлы тәүге баржа ҡуҙғалды. Хәҙер суднолар Рәсәй порттарында тотҡарланмайынса тура сит ил порттарына сыға аласаҡ.
– Күптән түгел Мәскәүҙә ВДНХ күргәҙмәләр майҙансығында Рәсәйҙең XXI “Алтын көҙ” агросәнәғәт комплексы күргәҙмәһе үтте һәм унда Башҡортостан лайыҡлы ҡаҙаныштарын күрһәтте...
– Ысынлап та, абруйлы сарала Башҡортостан үҙенең ҙур экспозицияларын ҡуйҙы. Рәсәйҙең төрлө төбәктәре һәм сит илдәр вәкилдәре ҡатнашҡан күргәҙмәлә Башҡортостан ауыл хужалығын һанлаштырыу буйынса ла бай тәжрибәһен, ғилми асыштарын күрһәтте. Башҡорт предприятиелары үҙҙәре етештергән тәбиғи, файҙалы аҙыҡ төрҙәре менән ҡыуандырҙы. Бал һәм унан етештерелгән продукцияны, хәләл йылҡы, һыйыр, һарыҡ, тауыҡ иттәре, ҡаҡланған ҡаҙ, башҡорт сыры һәм башҡа бихисап һыйҙар барыһының да күңеленә хуш килде.
Башҡортостан аграрийҙары төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашты. Фермерҙар, ауыл хужалығы кооперативтары етәкселәре, бал етештереүселәр юғары бүләктәргә лайыҡ булды. Күргәҙмәләрҙәге һөҙөмтәләр буйынса Башҡортостан иң күп наградаға – 171 миҙалға лайыҡ булды. Шуның 95-е – алтын. Республиканың бал һәм унан продукция етештереүселәре айырыуса ҙур хөрмәт ҡаҙанды. Мәҫәлән, “И.Х. Шәңгәрәев” шәхси предприятиеһы етәксеһе шаҡтай алтын миҙалдар алды.
Республика делегацияһының эшлекле программаһы ла һөҙөмтәле булды. “Петербург трактор заводы”, “Иген компаниялары берләшмәһе”, Саха (Яҡут) ауыл хужалығы министрлығы, “Агросервис, “ФосАгро-Регион” йәмғиәттәре менән хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Улар тиҙҙән, һис шикһеҙ, һөҙөмтәһен бирәсәк.
Әйткәндәй, республика Хөкүмәте “Алтын көҙ”ҙөң Гран-прийына лайыҡ булды. Рәсәй ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев бүләк иткән миҙал – Башҡортостандың ҡаҙаныштарына сираттағы юғары баһа.
– Белеүебеҙсә, ошо күргәҙмәлә “Ауыл хужалығы өсөн һанлы платформа” тигән темаға һөйләшеү ойошторолдо. Һанлаштырыу буйынса республикала хәл нисек тора?
– Ысынлап та, бөгөн һанлы технологиялар хаҡында йыш телгә алына. Был шулай булырға тейеш тә. Заман алға бара, технологиялар үҫешә. Әле беҙҙә эре һәм урта предприятиеларҙың 60 проценты тирәһе теге йәки был кимәлдә һанлы технологияны ҡуллана. 2018 йылда республикала малдар идентификацияланды. Бөгөнгә һыйыр малының – 100, сусҡаларҙың – 89, аттарҙың 86 проценты идентификацияланған. Умарталарҙы маркировкалау башланған һәм әлегә алты мең күс иҫәпкә алынған. Малсылыҡта “Һанлы көтөү” системаһы әүҙем тормошҡа ашырыла.
Агросәнәғәт комплексын һанлаштырыу буйынса федераль программаны тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостандың пилот төбәк сифатында ҡатнашыу перспективалары, республиканың ауыл хужалығына заманса технологиялар индереү буйынса пландар, тейешле инфраструктура булдырыу, тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын камиллаштырыу өлкәһендә бөгөн шаҡтай уңыштар бар.
Ысынлап та, тармаҡтың уңышлы үҫеше өсөн был мәсьәләләрҙең мөһимлеге көндән-көн арта. Ысынында һүҙ бөтөнләй яңы алымдар, ауыл хужалығы етештереү технологиялары, ауыл иҡтисадының икенсе төҙөлөшө, тотош ауыл тормошо хаҡында бара. Яңы технологиялар бөгөн ерҙе һөҙөмтәле файҙаланырға, сығымдарҙы кәметергә, агросәнәғәт комплексында заманса идара итеү системаһы төҙөргә һәм, иң мөһиме, хеҙмәт етештереүсәнлеген күп тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирә.
Беҙ оло юл башында. Ошо йүнәлештә эшләмәйенсә, конкурентлыҡҡа һәләтле була алмайбыҙ. Ауыл хужалығын һанлы технологияларға күсереү буйынса алда ғәйәт ҙур эш көтә. Мәғлүмәттең иге-сиге юҡ һәм уларҙы йыя, эшкәртә, анализлай, кәрәклеһен һайлай белергә кәрәк. Мәғлүмәт ағымы менән эшләргә өйрәнеү зарурлығын иҫәпкә алып, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы геоинформация системаһын булдырыуға тотонған. Аграрийҙар аңлатыуынса, ул республика картаһынан ғибәрәт: баҫыуҙар, сәселгән культуралар, фермалар, техника, запчастар тупланған урындар, малсылыҡ һәм башҡалар. Ҡайһы районда ниҙәр атҡарылғанын ҡарарға мөмкин. Был тейешле иҫәп алып барырға һәм ҡайҙа нимә буйынса артта ҡалыуҙы белергә ярҙам итә.
Бөгөн баҫыуҙарҙа күп урында датчиктар ҙа ҡуя башланылар. Әлбиттә, улар йыйған мәғлүмәтте ҡарап һәм анализлап торорға кәрәк буласаҡ. Әлеге көндәрҙә сәсеүлектәр өҫтөнән квадрокоптерҙар осорола. Тәбиғи, улар ҙа ҙур күләмдә мәғлүмәт йыйып, тейешле үҙәктәргә тапшыра. Һанлы технологиялар ҡулланыу өсөн, ҡайһы бер етәкселәр әйткәнсә, компьютерҙар һәм программа һатып алыу ғына етмәй.
– Бөгөн төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен инвестицияларһыҙ күҙ алдына килтереп булмай, сөнки бөтә донъя ошо юл менән алға бара. Шуға ла Рәсәй Хөкүмәте төбәк етәкселәренең эшмәкәрлеген баһалағанда айырыуса ошо йүнәлештәге үҫешкә иғтибар бирә. Беҙҙең республикаға инвесторҙарҙың мөнәсәбәте нисек?
– Урындағы етәкселек алдында инвесторға уңайлы шарттар тыуҙырыу, үҫешкә ҡамасаулаған кәртәләр булдырмау кеүек бурыстар ҡуйыла. Республика агросәнәғәтенең инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеге ҙур. Бөгөн төбәккә халыҡ-ара һәм федераль кимәлдәге бер нисә эре компания килде. Мәҫәлән, Францияның “Савенсия” холдингы Бәләбәй ҡалаһында йомшаҡ сыр заводы төҙөй башланы, ә “ЭкоНива” ҙур һөтсөлөк комплексына нигеҙ һалды.
Был, әлбиттә, юғары технологиялы һәм яҡшы хеҙмәт хаҡы түләнәсәк эш урындары. Шулай ҙа айырыуса күпләп ауыл халҡы йәшәгән төбәктә уларҙы етерлек тип булмай. Һәм тағы шуныһы мөһим: былар урындағы эшҡыуарлыҡҡа нигеҙләнгән башланғыстарҙы күтәреүгә ҙур этәргес бирәсәк.
Дөйөм алғанда, беҙҙең министрлыҡтың инвестиция портфелендә 100 миллиард һумлыҡ 50 тирәһе проект бар. Уларҙы яҡындағы 10 йыл арауығында тормошҡа ашырырға иҫәп тотабыҙ.
– Бөгөн төйәкте аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә ҙур предприятиелар менән бергә фермер хужалыҡтары ла үҙ өлөшөн индерә...
– Әлбиттә! Әле республикала алты меңдән ашыу фермер хужалығы, 655 мең шәхси хужалыҡ иҫәпләнә. Улар етештергән аҙыҡтың 620 мең тоннаһы үҙҙәренең ихтыяжына тотонолһа, 35 меңе һатыуға сығарыла. Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары һаны быйыл ғына 110-дан 317-гә етте. Дөйөм пайсылар һаны 10, 579 мең кешене берләштерә. Был йәһәттән бөтә ил төбәктәренә өлгө булып торабыҙ.
Тап Башҡортостан беренселәрҙән булып кооперацияға берләшеү идеяһын күтәреп сыҡты. Бының төп маҡсаты – ауыл халҡы табышлы эшләһен өсөн килем килтергән предприятиеларҙың эшмәкәрлеген көйләү. Мәҫәлән, бер нисә ғаилә ауылда еләк үҫтерә. Әммә шул уңышты ҡала халҡына һатыу еңелдән түгел. Ә инде уларҙың берләшеп, үҙҙәренә етәксе һайлап, махсус ҡорамалдары булған транспортта еләген ҡаптарға төрөп, уны сауҙа үҙәктәренә һатыуға алып сығыуы отошло буласаҡ.
Кисен иһә барлыҡ кооператив ағзалары килемде бүлешеп ала. Ҡулайлы бит! Йәки башҡа миҫал. Күпселек ауыл халҡы мал тота. Һөтө, ите үҙенән артып та ҡала. Ә аралашсылар уларҙы арзанға алырға тырыша. Был саҡта муниципалитетта йәшәгәндәр үҙ-ара берләшеп, кооператив аша тауарын һатыу һәм бизнесын үҫтереү юлдарын эҙләй. Ғаиләләрҙә бер-ике генә түгел, өс-дүрт баш мал аҫраған кешеләрҙе күрәбеҙ. “Беҙ ошолай аҡса эшләйбеҙ, артабан да үҫешергә мөмкин”? – тиҙәр улар.
Үҫеш стратегияһына ярашлы, 2024 йылға ауыл хужалығы кооперацияларына бәләкәй һәр урта эшҡыуарлыҡ менән мәшғүл булған 20 мең самаһы кешене йәлеп итеүгә иҫәп тотабыҙ, 500 кооператив барлыҡҡа киләсәк. Әлбиттә, хөкүмәт тарафынан уларға ярҙам саралары күрһәтеләсәк, 2021 йылға тиклем һәр төрлө бюджеттан 818,4 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Бында финанс ярҙамы хаҡында ғына һүҙ бармай. Ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн агробизнесты алға ебәреү һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн ситтән эксперттарҙы ла саҡырасаҡбыҙ.
– “Һөт иле-2019” фестивалендә республика Башлығы Радий Хәбиров: “Һөт етештереү буйынса беҙ беренсе урынға сығырға тырышасаҡбыҙ. Бының өсөн барлыҡ мөмкинлектәр бар”, – тигәйне. Ошо тәңгәлдә нимәләр эшләнә?
– Әле әйтеүемсә, һуңғы ярты йылда инвестициялар йәлеп итеүҙә үтә ныҡ алға һикерҙек. Элек һыйыр фермалары 200 – 400 баш мал өсөн тәғәйенләнһә, әле 2800 баш мал һыйҙырышлы ҙур комплекстар һәм мегафермалар төҙөйбөҙ. Бындай шарттарҙа һөт етештереү ғәҙәти 14 ферманың табышын ҡаплай. Бизнесҡа һәм инвесторҙарға уңайлы шарттар тыуҙырыла, финанс ярҙамы ла күрһәтелә.
Бөгөн республикала туғыҙ эре малсылыҡ фермаһы төҙөлә. Бындай күренеш бығаса күҙәтелгәне юҡ ине. Былар – ысын һөт фабрикалары. Мәҫәлән, тәүгеһе Йәрмәкәй районында урынлашҡан – ул 2800 һауын һыйырына иҫәпләнгән. Был комплекстың берәүһенән генә көн һайын 80 тонна һөт оҙатыласаҡ. Туғыҙ комплекстың бишәүһе бөтөнләй буш яланда төҙөлә.
Әбйәлил районындағы “Красная Башкирия” хужалығында 400 башҡа иҫәпләнгән фермала эште тулыһынса роботтар башҡара. Әлегә бындай ферма Рәсәйҙә берҙән-бер.
Йыл аҙағына тиклем республикаға 11 мең баш мал килтереләсәк. Был тауар һөтөн 500 мең тоннаға еткереү өсөн етерлек. Радий Фәрит улының Указы буйынса йыл һайын ошондай уҡ күләм өҫтәләсәк. Шулай уҡ төбәк программаһында 2030 йылға тиклем һөтсөлөк малсылығын үҫтереү ҡаралған. Тимәк, 2020 йылда шундай уҡ күләмдә мал алынасаҡ. Әйткәндәй, былтыр республикала 1 миллион 600 мең тонна һөт һауылһа, шуның 715 мең тоннаһы – тауар һөтө.
– Ауыл хужалығын үҫтереү өсөн тағы ла ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итеү кәрәк?
– Беҙҙең ауыл хужалығы башлыса сеймал әҙерләү менән шөғөлләнде. Ә хәҙер үҙебеҙгә әҙер продукция етештереү ваҡыты етте. Һөттөң иң яҡшы тигәндә килограмын 24 һумға һатыу йәки унан сыр етештереү – бер эш. Үҙебеҙҙең брендты, үҙебеҙҙең аҙыҡты төрлө алымдар аша – социаль селтәрҙәр аша таратыу өсөн Ауыл хужалығы министрлығы үткәргән бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашыу мөһим. Беҙҙең мәсьәлә – шундай етештереүселәрҙең продукцияһын халыҡҡа еткереү. Үҙебеҙҙең продукцияны йәш кешене ҡыҙыҡһындырырлыҡ, ул ауылда ҡалһын, хатта күсеп килерлек итеп халыҡҡа еткерергә кәрәк.
– Байрам алдынан ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Республика халҡының 40 проценттан ашыуы ауылда йәшәй һәм эшләй. Бөтә Башҡортостан халҡының мул тормошо күп йәһәттән ауыл уңғандарының һөҙөмтәле эшенә, булдыҡлылығына туранан-тура бәйле.
Ер кешеләренең намыҫлы хеҙмәтенә тәрән рәхмәт белдерәм. Артабан да уларҙың профессионализмы һәм тәжрибәһе аграр сектор алдында торған яуаплы бурыстарҙы уңышлы хәл итергә булышлыҡ итер, тип өмөт итәм.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!