Өфө районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикалағы иң боронғоларҙан иҫәпләнгән “Йоматау” шифаханаһында булды.
Дауалау-диагностика, ләм менән дауалау корпусын ҡарап, урындағы ҡымыҙҙан ауыҙ иткәндән һуң, төбәк Башлығы шифахана етәкселеге менән учреждениены яңыртыу планын тикшерҙе. Радий Фәрит улы айырым кәңәшмәлә инвестиция башланғыстары һәм уларға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса фекер алышырға тәҡдим итте.
– “Йоматау” – халыҡта күптән танылыу яулаған, етди медицина мөмкинлектәренә эйә булған ҙур тарихлы шифахана. Уға ярҙам күрһәтергә кәрәк, һәм был мотлаҡ эшләнәсәк, – тине Башҡортостан Башлығы.