Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Октябрь 2019, 11:58

Радий Хәбиров: “Һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәм”

Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы байрам саралары Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт бейеүҙәре ансамбле залында башланды. Тантананы республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров асып, бөгөн республиканың һәм Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса стратегик мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән уларҙың фиҙакәр хеҙмәтен билдәләне.

Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы байрам саралары Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт бейеүҙәре ансамбле залында башланды. Тантананы республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров асып, бөгөн республиканың һәм Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса стратегик мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән уларҙың фиҙакәр хеҙмәтен билдәләне.


– Волга буйы федераль округында Башҡортостан ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса алдынғы урынды биләй, ә дөйөм Рәсәй кимәлендә дүрт процентын тәшкил итә, – тине ул. – Быйыл туғыҙ айҙа республикала 119,7 миллиард һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештерелде.
Андрей Назаров киләһе биш йыллыҡта Башҡортостан ауылдарын үҫтереү йәһәтенән өс табип амбулаторияһы, 20 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм 147 модуль, 54 күсмә ФАП, 40 күп функциялы ауыл мәҙәниәт йорто, 16 бассейн төҙөләсәген белдерҙе.
Һуңынан Андрей Назаров бер төркөм хеҙмәт батырҙарына маҡтаулы бүләктәр тапшырҙы. Улар араһында хакимиәт башлыҡтары, ойошмалар етәкселәре, ябай эшселәр ҙә бар ине. Тантанала шулай уҡ төрлө номинацияла ауылдар ҙа бүләкләнде. Иң төҙөк, иң матур, халыҡҡа йәшәү өсөн тормош шарттары уңайлы булған ауыл хакимиәте башлыҡтарының хеҙмәтенә лә баһа бирелде.
Ауыл хужалығы министрлығында республика Башлығы Радий Хәбиров тармаҡтың иң алдынғы эшселәренә, хужалыҡ етәкселәренә маҡтаулы бүләктәр тапшырҙы. Тантанала иң беренсе награданы – Салауат Юлаев орденын Мәләүез районының “Дружба” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Аслбек Алмашев алды. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән исемгә лайыҡ булды.
Йылайыр районы Үрге Ғәле ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Ишкилде Бикбулатов республиканың Почет грамотаһын алды. Ауылда эш юҡ тип зарланмай уҙаман. Бөгөн ул үҫемлекселек, малсылыҡ менән шөғөлләнә. 600 гектар майҙан ерҙә бойҙай, арпа, һоло үҫтерә, 30 баш һыйыр малы, йөҙләгән һарығы бар. Бынан һуң “Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исемен йөрөтәсәк Ғәйнетдин Мөхәмәтов, ысынлап та, был маҡтаулы бүләккә күптән лайыҡ.
– 23 йәштән фермер хужалығы менән шөғөлләнәм, күп нәмә үтергә тура килде. Хәҙер бер нәмәне аңланым. Әгәр йәшәргә, хужалығыңды уңышлы алып барырға теләйһең икән, егелеп эшләргә кәрәк. Икенсенән, үҫтереү ҙә, етештереү ҙә үҙеңдә булырға тейеш. Беҙ, мәҫәлән, йылҡы үҫтерәбеҙ, колбасалар цехында 24 төрлө деликатес яһайбыҙ. Ошо продукцияны магазиндарға бирә инек, тик файҙаһы булманы. Сөнки сауҙа үҙәктәре беҙҙең продукцияны арзан хаҡҡа ала. Шуға магазиндар һатып алдым, ә ҡуртымға алһаң, түләүе ҡыйбатҡа төшә. Хәҙер үҙебеҙҙең продукцияны үҙебеҙҙең магазин аша һатабыҙ. Шуның арҡаһында һатып алыусыға ла хаҡ арзаныраҡ сыға, беҙгә һиҙелерлек килем керә. Итте ҡайҙа ҡуйырға тип аптырап ултырмайбыҙ, етмәһә, кешеләргә ҡош-ҡорт ите ыҫлайбыҙ, был да беҙгә ҙур ярҙам, – тип үҙенең эш нескәлектәре менән уртаҡлашты ул.
Был көндө республика етәксеһе ҡулынан бөтәһе 40-тан ашыу хеҙмәт алдынғыһы бүләк алды.

Артабан Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре көнөнә арналған байрам “Башҡортостан” концерт залында дауам итте. Республика Башлығы тантана алдынан төбәктең агросәнәғәт комплексы уңғандары, ауыл һәм фермер хужалыҡтары етештереүселәре ҡуйған күргәҙмә менән танышты.
– Тәү сиратта, ҡәҙерле ауыл хеҙмәтсәндәре, хөрмәтле ауыл хужалығы тармағы ветерандары, һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәм һәм ҙур рәхмәт белдерәм, – тине Радий Фәрит улы. – Һеҙ – бөгөнгө хеҙмәт батырҙары, хеҙмәтегеҙҙе сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, һеҙҙең менән ғорурланабыҙ.
Төбәк етәксеһе ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне өсөн Дыуан, Саҡмағош, Стәрлетамаҡ, Әбйәлил, Яңауыл райондарына республика Хөкүмәтенең дипломдарын тапшырҙы. “Урожай” ауыл хужалығы кооперативы, “Башкирагроинвест”, “Үҙәк” МТС-ы төбәктең иң яҡшы хужалыҡтары булараҡ баһаланды. Уларҙың һәр береһе республика бураларына 100 мең тонна иген һалған. Иң яҡшы механизаторҙарға еңел автомобиль асҡысы һәм балалар араһында үткәрелгән “Минең ерем – минең байлығым” тигән һүрәттәр конкурсында еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды.

Кесе агробизнес өлкәһендәге һөҙөмтәләр ҙә яҡшыра. Икенсе йыл рәттән республика ауыл хужалығы кооперативтары буйынса алдынғы урынды биләй.
Тантана сәнғәт оҫталарының концерты менән тамамланды.

Читайте нас