Быйыл туғыҙ айҙа республикала 560 мең тонна тауар һөтө етештерелгән, йәғни былтырғы ошо осорға ҡарата, 101,2 процент тәшкил итә. Ошо йыл аҙағына тиклем был күрһәткес 735 мең тоннаға етер тип көтөлә. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов сираттағы кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.
Республика Башлығының “сентябрь” указында ҡуйылған программалар һәм бурыстарға ярашлы, 2024 йылға тиклем Башҡортостанда йылына тауар һөтөн етештереүҙе 1,2 миллион тоннаға, ә 2030 йылға 1,5 миллион тоннаға еткереү күҙаллана. Әлбиттә, бындай һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн ең һыҙғанып эшләргә тура киләсәк. Ул инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ һөтсөлөк комплекстары төҙөү, тармаҡты һанлаштырыу, республика тауар етештереүселәренә ярҙам саралары иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ.
Илшат Илдус улы әйтеүенсә, быйыл дөйөм 8,7 миллиард һумлыҡ һигеҙ инвестиция проектын тамамлау күҙ уңында тотола. Шуларҙың иң ҙуры – “ЭкоНива” компанияһы төҙөгән 2800 һыйырға иҫәпләнгән малсылыҡ комплексы. Ул йылына 23,7 мең тонна һөт етештереү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Киләһе йыл иһә тағы 23 миллиард һум тәшкил иткән туғыҙ проектты тормошҡа ашырыу башланасаҡ. Быйыл малсылыҡҡа дәүләт ярҙамы сиктәрендә федераль һәм республика ҡаҙнаһынан бер миллиард һум тирәһе аҡса йүнәлтелгән.
– Был аҡса аграрийҙарға алты мең һыйыр алырға булышлыҡ итте. Йыл аҙағына тиклем тағы дүрт мең баш тирәһе эре һыйыр малы килтереләсәк, – тине Илшат Фәзрахманов. – Республикала 1 октябргә бөтәһе 406,4 мең баш һыйыр иҫәпләнә ине, был былтырғы ошо ваҡыттағынан 3,5 процентҡа күберәк. Шулай ҙа ҡайһы бер райондарҙа һауын һыйырҙарын кәметеүгә юл ҡуйылды.
Тармаҡ етәксеһе белдереүенсә, йыл аҙағында кәңәшмәләр, стартсессиялар үтәсәк, унда һәр район өсөн һөтсөлөк малсылығын үҫтереү буйынса маҡсатлы күрһәткестәр билдәләнәсәк.
Күренеүенсә, республиканы һөт иленә әүерелдереү йәһәтенән алда ҙур бурыстар, етди эштәр тора. Унан һуң Ауыл хужалығы министрлығында һөт етештергән предприятиелар менән үткәрелгән “экспорт сәғәте”ндә лә һүҙ шул хаҡта барҙы. Кәңәшмәлә бөгөн иген, май продукцияһы менән бергә экспортҡа һөт аҙыҡтарын оҙатыу йәһәтенән дә шаҡтай мөмкинлектәр барлығы билдәләнде. Мәҫәлән, ҡуйыртылған һөт, туңдырма.
Әйткәндәй, 2024 йылға Башҡортостан агросәнәғәт комплексының экспорт күләме 230 миллион доллар тәшкил итергә тейеш.