Бөгөн Берҙәм дәүләт ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһы Башҡортостан төбәк подсистемаһының Стәрлебаш звеноһы техникаһының ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә әҙерлеге тикшерелгән.
Барыһы ун ойошманың ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөүҙә ҡатнашҡан 24 берәмек техникаһы ҡаралған. Ошо уҡ сара ваҡытында Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов һәм район ойошмалары етәкселәре көҙгө-ҡышҡы осорға бәйле мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында ла һөйләшкән. Бынан тыш, юл ремонтлау-төҙөү идаралығының ике техникаһы – “ГС-1402” грейдеры һәм “GCB” экскаваторы ла тикшереүгә ҡуйылған. “Стәрлебаш Жилкомсервис” муниципаль унитар предприятиеһы октябрҙә генә алған “Рыбинец” ДМ-14 автогрейдерын да тикшереүгә алып килгән.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов ойошмаларҙың смотрға яҡшы әҙерләнгәнлеге тураһында әйткән, рәхмәт белдергән һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушҡан.