Иҡтисад
8 Ноября 2019, 06:23

Һөттәре тәмле, шуға үтемле

Шишмә районының Сәфәр ауылында урынлашҡан “Нурис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яңы ғына эшләй башлаған кеүек ине, бер тиҫтә йыл үтеп тә киткән икән. Бөгөн инде ул райондың ғына түгел, республиканың билдәле предприятиеларының береһе һанала.

Шишмәләр баҙарҙа үҙ урынын яуланы.


Шишмә районының Сәфәр ауылында урынлашҡан “Нурис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яңы ғына эшләй башлаған кеүек ине, бер тиҫтә йыл үтеп тә киткән икән. Бөгөн инде ул райондың ғына түгел, республиканың билдәле предприятиеларының береһе һанала.


Хужалыҡҡа егәрле эшсәндәр уңыш һәм абруй килтерә. Ферма мөдире Риф Байбурин, һауын­сылар Гүзәл Мозафарова, Зина Бикбулатова, Рафиға Юнысова һәм башҡалар тырышып эшләй. Предприятиела етмешләп кеше эш урыны тапҡан.


Директорҙың малсылыҡ буйынса урынбаҫары Гөлнара Ғатаул­ли­на иңенә ҙур яуаплылыҡ йөкмә­телгән. Ул хужалыҡ ойошторол­ғандың тәүге йылдарынан уҡ эшләй. Зоотехник та, ферма мө­дире лә булған, хәҙер инде байтаҡ йылдар директор урынбаҫары йөгөн тарта. Ике йыл элек “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” республика конкурсында “Башҡортостандың иң яҡшы зоотехнигы” тип танылыуы ла уның ни тиклем юғары квалификациялы һәм төплө белгес булыуын раҫлап тора. “Нурис”та юғары сифатлы һөт етештереү, ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы үрсетеү йүнәлештәре уның белеме, тәжрибәһе арҡаһында алға бара тиһәң дә, арттырыу булмаҫ. Гөлнара Рәйес ҡыҙы бер нисә тапҡыр белемен камиллаштырыу өсөн Санкт-Петербургка барған, унда алдынғы технологияларҙы үҙләштергән, юғары продуктлы малды тәрбиәләү, селекция серҙәрен өйрәнгән.


“Нурис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең һөтсөлөк фермаһы заманында “500 ферма” республика программаһы буйынса яңыртылған һәм сафҡа индерелгән. Әле ул – һөт етештереү буйынса юғары рентабелле хужалыҡ. Биналары алдынғы техника менән йыһазландырылған. Ҡул хеҙмәтенә ихтыяж юҡ тиерлек. Технологиялар иҡтисади табыш килтерә, сығым кәмей, күрһәткестәр арта бара.


“Нурис”та етештерелгән һөт юғары сифат күрһәткесенә эйә, сөнки һыйырҙар йыл әйләнәһенә бер төрлө шарттарҙа аҫрала, йәғни малды Америка технологияһы буйынса үрсетеү һәм тәрбиәләү, шуға яраштырылған махсус орлоҡтар һатып алыу юлы менән юғары сифатҡа өлгәшелә. Шуның өсөн һөттөң тәме үҙгәрмәй, сифаты һәр саҡ даими, хаҡы ла юғары.


Йәйен-ҡышын бина эсендә интенсив технология талаптары буйынса тотолған малдарҙы ашатыу сифаты бик ҙур әһәмиәткә эйә. Аҙыҡтың биологик сифаты һәм төрлөлөгө, рациондың баланслан­ған булыуы, витаминдар, минераль өҫтәмәләрҙең етерлек күләмдә бирелеүе мөһим. Ситтән һатып алғанға ҡарағанда үҙеңдеке ышаныслы ла, сифатлы ла була. Шуға малға аҙыҡты үҙ баҫыуҙарында үҙҙәре үҫтерә “нурис”тар. Ике мең гектар сәсеүлектәре бар, унда һоло, бойҙай, кукуруз, люцерна, ҡандала үләне үҫтерәләр.


Көтөүҙе яңыртыу, ишәйтеү мәсьәләһен дә үҙ көстәре менән хәл итәләр. Бер нисә йыл элек тоҡомсолоҡ предприятиеһы статусы алынған. Көтөүҙе даими яңырталар. Беренсегә быҙаулаған тана йылына 4,5 тонна һөт бирә алмаһа, уны яраҡһыҙ тип табалар. Талаптар шулай ҡаты. Башҡа хужалыҡтарға ла тана һатыу менән шөғөлләнә башланылар.


Ферма көн һайын 11 тонна самаһы һөт һата. Йыл әйләнәһенә шулай. Ҡара-сыбар тоҡомло мал һаны 1500-гә етеп бара. Шуларҙың 600-ләбе – һауын һыйыры.


– Республика һөт малсылығын үҫтереүгә йүнәлеш алды. Беҙҙең предприятие ла ошо тармаҡта уңышлы хеҙмәт итә, – ти “Нурис”тың етәксеһе Рөстәм Исаков.


Тәмле Шишмә һөтө аҙыҡ-түлек баҙарында үҙ урынын яулаған.


Шишмә районы.
Читайте нас