«Авелар солар технолоджи» йәмғиәтенә ҡараған “Хевел” компаниялар төркөмө Бөрйән районында дөйөм ҡеүәте 10 МВт тәшкил иткән ике ҡояш электр станцияһын төҙөйәсәк.
Бөгөнгә «Хевел» компанияһы Башҡортостанда Бүребай (ҡеүәте 20 МВт), Бөгөлсән (15 МВт), Иҫәнғол (9 МВт) станцияларын төҙөгән. Дөйөм инвестициялар күләме 5 млрд һум тәшкил иткән.
Бөрйән ҡояш электр станцияһы селтәр менән параллель рәүештә лә, автономлы тәртиптә лә эшләй. Электр станцияһы тотош районға электр энергияһы бирергә, ә авария һөҙөмтәһендә йәки электр тапшырыу линияһында ремонт эштәрен башҡарған осраҡта автономлы режимда дауаханаларҙы, мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын электр менән тәьмин итергә тейеш.
Бөрйән проектына 1,03 млрд һум күләмендә инвестициялар бүленәсәк. Станцияларҙы, килешеү төҙөлгәс, өс ай эсендә сафҡа индереү күҙаллана.
Ҡояш электр станцияларының уртаса хеҙмәт итеү ваҡыты 25 йыл тип иҫәпләнә.