Иҡтисад
12 Ноября 2019, 06:20

Бүленгән аҡса ҡайҙа тотонола?

Республика власы “Башҡортостан ихаталары” ҙур төҙөкләндереү программаһын тормошҡа ашыра башланы. Быйыл ошо маҡсатҡа 1,7 миллиард һум – былтырғыға ҡарағанда өс тапҡырға күберәк аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Киләһе өс йылда 3,8 миллиард һум тотоноу планлаштырыла. Программа 2024 йылға тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Ошо аҡсаға быйыл 480, киләһе биш йылда барлыҡ биләмәләрҙә тағы ла өс меңгә яҡын ихатаны комплекслы төҙөкләндереү ҡарала.

Республика власы “Башҡортостан ихаталары” ҙур төҙөкләндереү программаһын тормошҡа ашыра башланы. Быйыл ошо маҡсатҡа 1,7 миллиард һум – былтырғыға ҡарағанда өс тапҡырға күберәк аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Киләһе өс йылда 3,8 миллиард һум тотоноу планлаштырыла. Программа 2024 йылға тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Ошо аҡсаға быйыл 480, киләһе биш йылда барлыҡ биләмәләрҙә тағы ла өс меңгә яҡын ихатаны комплекслы төҙөкләндереү ҡарала.


Ниндәй эштәр башҡары­ласаҡ?

Комплекслы төҙөкләндереүҙең һигеҙ мотлаҡ элементы бар. Улар:

– хәүефһеҙ резина япма түшәлгән балалар майҙансығы;

– контейнер майҙансығы;

– йәшелләндереү;

– туҡталҡалар;

– яҡтылыҡ;

– эскәмйәләр;

– сүп-сар һауыттары;

– видеокүҙәтеү.


Техник шарттар мөмкинлек бирһә, был эштәрҙең барыһы ла башҡарыласаҡ. Йорт хужалары өҫтәмә рәүештә башҡа сараларҙы ла тормошҡа ашыра ала. Мәҫәлән, баскетбол майҙансығы асыу, эттәрҙе йөрөтөү урындары булдырыу, кер киптереү ҡулайла­малары яһау мөмкинлеге бар. Ләкин был ғәмәлдәр халыҡтың йыйылышында айырым ҡара­лырға, санитария нормалары мотлаҡ иҫәпкә алынырға тейеш.


Түләргә кәрәкме, юҡмы?

Эште бушлай башҡармая­саҡ­тар, республика хаҡтың 94 процентын, муниципалитет иһә 5 процентын ҡаплаясаҡ. Ниңә шулай һуң? Тәжрибә күрһәтеүенсә, кеше эшкә өлөш индергән икән, мөлкәткә мөнәсәбәт тә бөтөнләй башҡаса буласаҡ. Иғәнәнең яҡынса күләмен дә аныҡ иҫәпләү мөмкин түгел, сөнки ул эш дәүмәленә, ихаталағы йорттар һәм фатирҙар һанына бәйле. Мәҫәлән, ихатаны ремонтлау хаҡы биш миллион һум тәшкил итә ти. Ошонда йәшәгәндәргә 50 мең һум йыйырға кәрәк. Әгәр ихата 100 фатирлыҡ бер “хрущевка”ға ҡараһа, иғәнә 500 һум буласаҡ, әгәр 500 фатирҙан торған туғыҙ ҡатлы йорттар комплексына ҡараһа, 100 һум тәшкил итәсәк.


Аҡсаны нисек итеп йыйыуҙы халыҡ үҙе хәл итә. Шулай уҡ идарасы компания менән һөйләшеү мөмкинлеге бар. Ул сығымды квитанцияға индерәсәк.


Ризалыҡ бар. Ғаризаны ҡайҙа тап­шырырға?

2019 йылға программа төҙөлгән. Теүәл исемлектәрҙе 15 мартҡа тиклем республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы һәм муниципалитеттар сайтында урынлашты­расаҡтар. Мәҫәлән, Өфө буйынса исемлекте алайыҡ. Киләһе йыл программаға инеү өсөн:

1) Торлаҡ милекселәре йыйылыш үткәрергә, унда идарасы компания һәм район хакимиәте вәкилдәрен саҡырырға тейеш. Йыйылышта халыҡ программала ҡатнашыу теләген раҫлай.


2) Протоколды район хакимиәтенә ебәреү шарт.


3) Хакимиәт ихатаны адреслы программаға индереп, план һәм төҙөкләндереү проектын әҙерләргә ярҙам итәсәк.


4) Эште башлар алдынан проектты эксперттар тикшерә – бөтә­һе лә дөрөҫмө, балалар майҙансы­ғын йылылыҡ трассаһы үткән ергә эшләмәгәндәрме, бәүелсәктәр, шыуа торған тауҙар бер-береһенән хәүефһеҙ арауыҡта урынлаштырылғанмы?


Унан һуң тағы ла бер йыйылыш уҙғарыла. Унда халыҡ төҙөкләндереү проектын раҫларға тейеш.


5) Шулай уҡ аҡса йыйырға тейешле кешеләрҙе, милекселәр исеменән документтарҙы яраштырып, эш барышын контролдә тотҡан яуаплы кешене һайларға кәрәк. Яуаплы кешенең ҡултамғаһы булмай тороп, подрядсыларға эш өсөн түләмәйәсәктәр. Киләһе йыл программаһына эләгеү өсөн был ғәмәлдәрҙе быйыл сентябргә тиклем башҡарыу шарт. Аҡса бюджеттан бүленгәнгә күрә, подрядсыны һайлау өсөн тендерҙар үткәрергә ваҡыт кәрәк.


Шуныһы мөһим! Һәр муниципалитет документтарға үҙ талабын раҫлай. Тәғәйен ҡалала йәки районда ниндәй документтар кәрәклеген урындағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлегендә асыҡларға кәрәк.


Ҡатнашыусылар нисек һайлап алына?

Район хакимиәттәрендә идарасы һәм торлаҡ-коммуналь компаниялар хеҙмәткәрҙәре, инвалидтар йәмғиәте вәкилдәре, йәмәғәтселәр, депутаттар ингән махсус комиссиялар эшләйәсәк. Улар проект­тарҙың барлыҡ талаптарға яуап биреү-бирмәүен тикшерә. Иң яҡшы проектты һайлау йәһәтенән конкурс үткәрелмәй – комиссия ихатаның торошон, ҡорамал­дар­ҙың иҫкереү дәрәжәһен, ғариза биреү йылдамлығын иғтибарға ала.


Ихатаны финанслау буйынса лимит бармы?

Юҡ, минимум да, максимум да билдәләнмәй, сөнки һәр ихатала үҙенә генә хас хәл-торош.


Видеокүҙәтеү өсөн кем түләй?

Ихаталарҙағы видеокамералар “Хәүефһеҙ ҡала” программаһының бер өлөшөн тәшкил итә. Яҙмалар берҙәм диспетчер хеҙмәтенә килә, шуға күрә сығым муниципалитет иңенә төшә. Камераға консьерж, идарасы компания, хатта фатир тоташа ала. Камералар ярҙамында ихатала булған юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйеплене асыҡларға мөмкин.


Сифатһыҙ башҡарылған эшкә ҡайҙа ялыу итергә?

Эштең заказсыһы – муниципалитет. Оҫталар насар эшләүен күрһәгеҙ, урындағы хакимиәткә ялыу яҙығыҙ. Яуаплы кешеләрҙең исем-шәрифе һәм телефон номеры программала ҡатнашҡан һәр ихатала ҡуйылған алтаҡтала күрһәтелә. Бынан тыш, эш сифатын сәйәси партиялар, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм башҡалар тикшерә.


Фото: bashinform.ru
Читайте нас