Иҡтисад
14 Ноября 2019, 16:00

Сифат уларҙа ҡоро һүҙ генә түгел

“Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары-2019” конкурсына йомғаҡ яһалды.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Бөгөн Өфөлә илдәге Сифат аҙналығына ярашлы “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары-2019” конкурсына йомғаҡ яһау тантанаһы булды.
Наградаларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов, республиканың Стандартлаштырыу һәм метрология үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Сергей Севницкий тапшырҙы.

Наградалар бер нисә номинацияға бүлеп бирелде: “Етештереү-техник тәғәйенләнештәге продукция” өсөн – “Башҡортостан сода компанияһы”, “Өфөоргсинтез”, “Салауатстекло” йәмғиәттәре һәм башҡалар, “Халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙары” номинацияһында – “БашИнком”, “Башҡорт фарфоры”, Бәләбәйҙең “Керамика” йәмғиәттәре, “Аҙыҡ тауарҙары” буйынса – “Эко Пышка”, “Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинаты” йәмғиәттәре һ.б. Наградланғандар исемлегендә 64 предприятие һәм учреждение бар ине.

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов, сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев, ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов наградланғандарға әүҙем һәм маҡсатҡа ынтылышлы эш алып барғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
Автор фотоһы.
Читайте нас