Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Хөкүмәт Президиумының сираттағы ултырышын үткәрҙе.
Унда ит тармағын тотороҡло үҫтереү мәсьәләһе буйынса ит фермалары төҙөүгә, реконструкциялауға, яңыртыуға һәм капиталь төҙөкләндереүгә сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия биреү тәртибе раҫланды.
– Республика һыйыр ите етештереү, һыйыр малдары һаны буйынса илдә беренсе һәм икенсе урындарҙы биләй, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Төп етештереү күләме сафтан сыҡҡан һөт йүнәлешендәге, шулай уҡ һимертелгән малды һуйыу һөҙөмтәһендә тәьмин ителә. Әле юғары технологиялы заманса мал һимертеү майҙансыҡтарына (фидлоттарға) ҡытлыҡ һиҙелә.
Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, субсидиялау программаһын тормошҡа ашырыу ошондай майҙансыҡтарҙы, ит фермаларын арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Әле республика ҙур инвесторҙарға мал һимертеү фидлоттары төҙөү мөмкинлеген тәҡдим итмәксе. Сығымдың 50 процентын ҡаплау ит тармағына инвесторҙар йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк. Һәр проектты “Инвестиция сәғәт”тәрендә ентекле тикшерергә тәҡдим ителә.
Беренсе вице-премьер Андрей Назаров Финанс һәм Ауыл хужалығы министрлыҡтарына сығымды ҡаплауға субсидия күләмен икеләтә арттырыу мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.