Ауыр яңылыҡ күрше республиканан килде: уҙған йома Ҡазандағы хоспистарҙың береһендә 30 йәшлек Яр Саллы ҡыҙы Айгөл Фазылова вафат булған. Күкрәгендә дүртенсе дәрәжәләгә яман шеш менән сирләгән ҡатын Андрей Малаховтың “Прямой эфир” тапшырыуында бер нисә тапҡыр ҡатнашҡандан һуң бөтә илгә танылғайны.
Айгөл үҙенең сиренең үлемесле икәнлеген белгәнлектән алты йәшлек малайына яңы ғаилә эҙләгәйне. Уның 67 йәшлек инәһенән башҡа бер яҡын туғаны ла юҡ. Тик инәй өлкән йәштә булғанлыҡтан Әмирҙе уға бирмәҫтәр тигән хәүеф тыуа, аптыраған ҡатын телевидениеға мөрәжәғәт итә. Тәүге тапшырыуҙан һуң, баланы үҙенә алып үҫтерергә теләк белдерген ғаиләләр барлыҡҡа килә. Айгөл улар менән сираттағы тапшырыуға барып таныша.
Матур ғаиләләр табылһа ла, малайҙы Айгөлдөң инәһенә ҡалдырырға тигән ҡарар ҡабул ителә.
Тапшырыу телевидениеға сыҡҡандан һуң, Татарстан властары ла ғаиләнең проблемаһын хәл итеүгә ҡушыла. Уларҙың торлағы, Әмирҙең балалар баҡсаһы өсөн түләүселәр табыла. Шулай уҡ мәктәпкә әҙерлек курстарын һәм малай өсөн спорт секцияһында шөғөлләнеүҙе түләү мәсьәләһе лә хәл ителә.
Ғүмеренең һуңғы ике айын Айгөл Ҡазандағы хосписта үткәрә. Уның хәле бигерәк ауыр була: яман шеш метастаздары бөтә тәненә тарала, барлыҡ мөһим ағзаларын һәм һөйәктәрен зарарлай. Тик ҡатын ғүмере өсөн көрәшеүен дауам итә, һуңғы минуттарында ла улы тураһында борсола. Тап улын яратҡан өсөн ғүмере бер ни тиклем оҙоная, ти табиптар. Әйткәндәй, һуңғы көнөндә Әмир әсәһе менән хушлашып өлгөргән, быны малайға психологтар рөхсәт иткән.