Иҡтисад
21 Ноября 2019, 11:40

Радий Хәбиров - Ишембайҙа

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ишембай районында. Эш Ишембай ҡалаһы янындағы Юрматы биҫтәһендә төҙөкләндереү барышын ҡарауҙан башланды

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ишембай районында. Эш Ишембай ҡалаһы янындағы Юрматы биҫтәһендә төҙөкләндереү барышын ҡарауҙан башланды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр декабрҙә яңы биҫтәлә йәшәгән кешеләр Башлыҡ менән осрашҡан саҡта газ үткәргес һәм һыу үткәргес юҡлығына зарланды, юлдар һәм йәйәүлеләр тротуары менән дә ҙур проблемалар бар ине.
Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов Радий Хәбировҡа биҫтәлә һыу үткәргестәр селтәре төҙөлөүе тураһында һөйләне. Шулай уҡ газ да үткәрелә. Урындағы бюджет иҫәбенә ике километр тротуар төҙөлгән, республика бюджеты ярҙамы менән юлдарға таш түшәлгән.
Был биҫтәлә йәшәгән кешеләр Радий Хәбировҡа ярҙамы һәм ҡаланы яҡшы яҡҡа үҙгәртеүе өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйтте.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, бында булдырыласаҡ “Алға” махсус иҡтисади биләмәгә ҙур өмөттәр бағлана. Әле бөтә документтар ҙа әҙер, улар федераль хөкүмәттә. Йыл аҙағына тиклем уларға ҡул ҡуйылыр тигән ышаныс ҙур.
“Ул асылһа, яңы предприятиелар һәм яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк, урындағы бюджетҡа һалым кереме артасаҡ. Әлбиттә, беҙ райондың аграр комплексын да иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ. Ишембай бала табыу йортон капиталь ремонтлау мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителәсәк. Дөйөм алғанда, һаулыҡ һаҡлау системаһында алға китеш бар, киләсәктә районды һәм ҡаланы яҡшы киләсәк көтә”, – тине Радий Фәрит улы.
Бынан тыш Радий Хәбиров “БК Технолоджи” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Был яҡтылыҡ-диодлы ҡулайламалар етештереүсе завод “Алға” махсус иҡтисади биләмәһенең төп резиденттарының береһе буласаҡ. Предприятие етәксеһе Ринат Зөбәйҙуллин белдереүенсә, планлаштырылған инвестициялар күләме 300 миллион һум тирәһе. Улар әле үк электр лампалары һәм яҡтыртыу ҡулайламалары етештереү менән шөғөлләнә. Етештереү майҙансығы һәм әҙер тауарҙары ла бар. Киләсәктә улар киңәйергә, яңы ҡорамал алырға, эш урындарын арттырыға йыйына. Тик уларға Башҡортостан Хөкүмәте яғынан ярҙам һәм заказдар кәрәк.
Был йәһәттән Радий Фәрит улы Хөкүмәт вице-премьеры – республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляевҡа был мәсьәлә буйынса ҡарар ҡабул итергә һәм документтар әҙерләргә ҡушты.
Иҫке Ишембай ауылында төбәк етәксеһе “Йондоҙ” мәҙәниәт йортон барып күрҙе. Бында урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса капиталь ремонт эшләнә. Тышҡы эштәр бөткән тиерлек, әле эсен биҙәү бара. Радий Хәбиров ижади коллектив менән аралашты һәм халыҡтың башланғысын хупланы. Республика ремонтты тамамлау өсөн аҡсалата ярҙам күрһәтәсәк, тине.
Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас