Иҡтисад
22 Ноября 2019, 06:56

Һауа юлдарынан – һыу буйлап йөк ташыуғаса

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә үткән ХIII “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумында республиканың рәсми делегацияһына етәкселек итә.

Транспорт буйынса күп килешеүҙәр төҙөлдө.


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә үткән ХIII “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумында республиканың рәсми делегацияһына етәкселек итә.


Делегация транспорт инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәләрҙә, тармаҡ конференцияларында һәм түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашты. Республика етәксеһе бер нисә эшлекле осрашыу үткәрҙе, “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара күргәҙмәһендә булды. Унда Башҡортостан экспозицияһы ла ойошторолғайны. Ул төбәктең ошо тармаҡтағы ҡаҙаныштарына, транспорт һәм юл төҙөлөшө өлкәһендәге ҙур инфраструктура проекттарына арналғайны.


Күргәҙмә транспорт тармағының бер йыллыҡ эш һөҙөмтәләрен сағылдырҙы, Рәсәй Федерацияһының транспорт комплексы алдында торған мәсьәләләрҙе берлектә хәл итеү өсөн бизнес менән властың диалогын тәьмин итте. Унда транспорт өлкәһендәге күләмле инфраструктура проекттары, инновациялы ҡаҙаныштар, тармаҡтағы төп компанияларҙың продукцияһы, хеҙмәттәре менән таныштырҙылар.


Халыҡ-ара форум барышында Рәсәйҙең транспорт министры Евгений Дитрих Башҡортостандың күргәҙмә стендын ҡарап сыҡты. Ул республи­каның транспорт инфраструктураһын үҫтереү өлкәһендәге мөһим башлан­ғыстары менән танышты.

Төбәк Башлығы Радий Хәбиров ме­нән министр ошо тармаҡтағы ҙур проект­тарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге буйынса фекер алышты. Атап әйткәндә, бындай проекттар иҫәбенә “Өфө” халыҡ-ара аэропор­тының аэродром комплексын реконструкциялау ҙа инә. Төбәк баш ҡалаһының һауа юлдары йылына өс миллиондан ашыу пассажирҙы хеҙ­мәт­ләндерә. Был һан даими арта. Шуға күрә әле аэродром хужалығын, шул иҫәптән юлдарҙы, туҡталҡаларҙы һәм ярҙамсы майҙансыҡтарҙы яңыртыуға ихтыяж бар.
Форумда тәҡдим ителгән ҡайһы бер проекттар Өфөнөң автомобиль юлдары инфарструктураһын үҫтереүгә ҡағыла. Улар иҫәбендә – Интернационал урамы башланған ерҙә Ағиҙел йылғаһы аша күпер һалыу, Салауат Юлаев проспектын Сельская Богородская урамына тиклем оҙайтыу. Был транспорт ағымын ҡулайлаш­тырыу, хәрәкәт көсөргәнешле булған баш ҡала юлдарына баҫымды кәметеү мөмкинлеген бирәсәк.
– Форум барышында беҙ аэропортты, автомобиль һәм тимер юл селтәрен үҫте­реүҙән алып йылға буйлап йөк та­шыуҙы тергеҙеүгә тиклем бөтә мәсьә­ләләрҙе тикшерҙек. Һөҙөмтә ниндәйме? “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте менән Өфөнө көньяҡтан урап үткән юл һалыу проектын башланыҡ. Асылда ул баш ҡала тирәләй электричкалар селтәре ҡулсаһын ойошто­роуға, ауыр йөк составтарын ҡаланан ситкә сығарыуға ҡайтып ҡала. Шуға күрә был юҫыҡта эш алып барыла. Әле беҙ инвес­тиция­ларҙы нигеҙләү кимәленә сығабыҙ. Ҙур проект – Өфө – Благовещен – Бөрө – Нефтекама тимер юлы төҙөлөшө. Был мәсьәләне мин ил Президенты Владимир Владимирович Путин менән дә тикшереп, унан ярҙам һорағайным. Әле “Рәсәй тимер юлдары” етәксеһе Олег Белозеров менән ошо проектты тор­мошҡа ашырыуҙың иҡтисади эҙемтә­ләрен баһалау өсөн эш төркөмө төҙөү тураһында килешеүгә өлгәштек. Ике аҙна эсендә төркөм төҙөлөп, эшләй башлаясаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы илдең транспорт министрына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың милли проекттары нигеҙендә федераль Хөкүмәт тормошҡа ашырған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” про­граммаһы һөҙөм­тәһендә юл фа­жиғәләре күләменең һәм уларҙа һәләк булғандар һанының түбәнәйеүе хаҡында белдерҙе.
“Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй транспорт министры урынбаҫары, Федераль диңгеҙ һәм йылға транспорты агент­лығы етәксеһе Юрий Цветков менән осрашты. Яҡтар Ағиҙел йылға йөк порты төҙөү проектын тикшерҙе. Ул “йылға – диңгеҙ” класына ҡараған судноларҙы ҡабул итеп, йылға транспортында экспортҡа иген, урман һәм башҡа сәнәғәт продукцияһы ташыуҙы ойоштороу мөмкинлеген бирәсәк.
Мәскәүҙә республика Башлығы Радий Хәбиров шулай уҡ Федераль юл агент­лығы етәксеһе Андрей Костюк менән осрашты. Яҡтар республика­лағы транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙең төп йүнәлештәре һәм ошо маҡсатҡа фе­дераль ресурстар йәлеп итеү мәсьәләһе буйынса фекер алышты. Атап әйткәндә, Өфөлә Воровский урамы башында Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөү, шулай уҡ төбәк юлдарының ҡайһы бер участкаларын федераль ҡа­рамаҡҡа тапшырыу тураһында һүҙ барҙы.

Башҡортостан Башлығының Федераль һауа транспорты агентлығы етәксеһе Александр Нерадько менән осрашыуында төбәк авиаташыуҙарын һәм Өфө авиация транспорт узелын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
Читайте нас