Иҡтисад
25 Ноября 2019, 14:50

Киләһе йылда Әбйәлилдә завод асыла

Йылына 424 тонна ҡоро төҙөлөш ҡатышмаһы етештереләсәк заводта яҡынса 220 кешегә эш урыны асыу планлаштырыла.

“Республикаға инвесторҙар йәлеп итеү" өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә төбәктә уңайлы тормош шарттары һәм эш урындары булдырыу, өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Әбйәлил районында 2020 йылда ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары етештереү заводы сафҡа инәсәк. Йылына 424 тонна ҡоро төҙөлөш ҡатышмаһы етештереләсәк заводта яҡынса 220 кешегә эш урыны асыу планлаштырыла.
Был завод төбәк өсөн бик тә әһәмиәтле, сөнки районда ул тәүге сәнәғәт предприятиеһы буласаҡ. Бөгөн төҙөлөш эштәренең яртыһынан күбеһе башҡарылған, сит илдән ҡорамалдарҙың 80 проценттан ашыуы Рәсәйгә ҡайтарылған. Австрия инвесторы, “Цемикс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Жан Го эш барышы менән ҡәнәғәт булыуын белдергән.
Әйткәндәй, сит ил инвесторына заводты төҙөү өсөн бар шарттар булдырылған, һалымдар буйынса ташламалар эшләнгән. Заводты киләһе йылдың 1июлендә сафҡа индереү планлаштырыла.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Санкт-Петербург ҡалаһында үткән халыҡ-ара иҡтисади форумда муниципалитет етәкселәре һәм эшҡыуарҙар менән биләмәне үҫтереү, төбәккә сит ил инвесторҙарын һәм инвестиция йәлеп итеү кәрәклеген белдерҙе.
Фото: Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы сайтынан.
Читайте нас