Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Ноябрь 2019, 11:19

Алдынғылар исемлегендә

Төбәктә “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте күп кенә күрһәткестәр буйынса алдынғылар рәтендә, ул шулай уҡ эре ауыл хужалығы предприятиеларының береһе лә.

“Беҙҙән эш ҡурҡып тора”, – ти “Йондоҙ” хужалығы хеҙмәткәрҙәре.


Төбәктә “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте күп кенә күрһәткестәр буйынса алдынғылар рәтендә, ул шулай уҡ эре ауыл хужалығы предприятиеларының береһе лә.


Бында бар күңеле, яҙмышы ме­нән тыуған еренә береккән, хеҙмәтен намыҫ менән башҡарған, ауылым тип янып-көйөп эшләгән һәм йәшә­гән уңған механизаторҙар, малсылар, иген үҫтереүселәр байтаҡ. Бәл­ки, шуғалыр ҙа хужалыҡ һәр йә­һәт­тән күптәргә өлгө булып торалыр.
Хужалыҡҡа 2005 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының ат­ҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәт­кәре Юрис Хәйҙәр улы Латипов етәкселек итә. Ауыл эшсәндәре малсылыҡ, үҫемлекселек менән ныҡлап шөғөлләнә.
Яңы Мишәр, Ясин, Көршәле, Аҙанғол ауылдары биләмәләре ошо хужалыҡҡа ҡарай. Бөгөн был ауылдарҙан 60-ҡа яҡын кеше эш урыны тапҡан.
– Ауыл эшсәндәренең уңғанлығы, тырышлығы һоҡландыра, тәбиғәттең төрлө миҙгеленә ҡарамай, улар баҫыуҙарҙа, фермаларҙа фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтә, – ти хужалыҡ етәксеһе Юрис Латипов. – Шөкөр, быйыл йылына ҡарап, мул уңыш йыйып алыуға өлгәштек, малдар ҙа әле ҡышҡы осорға аяҡ баҫты. Һалҡын ҡыш беҙгә ҡурҡыныс түгел, сөнки ихаталарға бесән-һаламы етерлек күләмдә хәстәрләнгән.
Ысынлап та, йәй-көҙ айҙарында һөтсөлөк фермаларына ремонт үткәргәндәр, дезинфекция булған. Силос соҡорҙары шифалы һәм туҡлыҡлы аҙыҡ менән тулыланған.
Бөгөн йәмғиәттең 641 баш һыйыр малы “500 ферма” маҡсатлы про­грам­маһына ярашлы төҙөклән­дерелгән фермаларҙа аҫрала, заманса ҡоролмалар урынлаш­тырыл­ған. Малсылар ҙа: “Элекке кеүек көйәнтәләп һөт, һыу ташыу юҡ, күп кенә эштәр механизацияланған”, – тип ҡыуана. Ауыл эшсәндәре көн һайын 300 баш һыйыр һауып, Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһы һөт комбинатына тапшыра. Әйткәндәй, һөт комбинаты әҙер продукцияны үҙҙәре килеп ала икән, шуға ла юл сығымдарына аҡса сарыф ителмәй.
Ишле малға етерлек күләмдә мал аҙығы ла әҙерләгәндәр. Аҙыҡ өҫтәле бай булмаҡсы, 800 тонна бесән, 2672 тонна сенаж, 428 тонна фураж ҡышҡы осорға хәстәрләнгән.
“Йондоҙ”ҙоң ике мең гектарҙан ашыу ере бар, уларҙы минераль ашламалар менән туҡландырғас, баҫыуҙар мул уңышы менән ҡыуандыра икән. Бында ужым арышы – 170, бойҙай – 363, арпа – 180, һоло – 247, ҡарабойҙай 100 гектарҙа үҫтерелһә, кәрешкә – 236, мал аҙығы культуралары – 758, күп йыллыҡ үләндәр 683 гектарҙы биләй. Йәмғиәт шулай уҡ орлоҡто яңыртыу буйынса ла байтаҡ эш алып бара, агрономик шарттар тотола. Шуны ла әйтергә кәрәк: хужалыҡ ауыл хужалығы ғалимдары менән берлектә эш алып бара, ауыл хужалығы культуралары үҫтереүҙең яңы алымдарын ҡулланалар.

Хужалыҡтың машина-трактор оҫтаханаһында яҙғы баҫыу эштә­ренә әҙерлек әле үк башланған. Йылы гараж бар, ағас эшкәртеү цехы, үҙәк иген келәте, умарталыҡ, тирмән эшләй. Техника паркы бай, мәҫәлән, һуңғы өс йылда ғына йәмғиәт 15 миллион һумлыҡ техника, төрлө ауыл хужалығы ҡоролмалары һатып алған. 14 трактор, өс иген урыу һәм ике силос йыйыу комбайны, дүрт йөк автомобиле һәм дүрт еңел автомашина, үҙйөрөшлө КПС-5 сапҡысы бар. Ике “Нива эффект” иген урыу комбайны, ДТ-75, ике МТЗ-82, пресс-йыйғыс, “Е-302” комбайны, бортлы УАЗ, аҙыҡ таратыу техникаһы ла ауыл эшсәндәренең хеҙмәтен күпкә еңеләйткән.
Бында, яҙып үткәнебеҙсә, тырыш һәм уңған хеҙмәткәрҙәр бихисап. Тракторсы Салауат Латипов, мәҫә­лән, “Рәсәй Федерацияһының атҡа­ҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Хужалыҡ иҡтисадсыһы Нәфи­сә Хәйретдинова Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Механизатор Айрат Хәйретдинов, бригадир Рифат Хәкимов, малсы Наилә Хәйрет­динова – Башҡорт­остандың атҡаҙанған ауыл хужа­лы­ғы хеҙмәткәрҙәре. Һауынсы Лилиә Хәмиҙуллина, зоотехник Илһам Фәтҡуллин, бухгалтер Зоя Хисамова Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Һауын­сы Зәлифә Мөхәмәтйәноваға ла тырыш хеҙмәте өсөн Башҡортостан Ауыл хужалығы министр­лығының Почет грамотаһы тапшырылған.
– Әлбиттә, беҙҙә эшләгән һәр кем маҡтауға лайыҡ, ана шундайҙар арҡаһында йәмғиәт һәр саҡ алдынғылар исемлегендә инде, – ти етәксе Юрис Латипов. – Киләсәктә лә был исемлектән төшмәйенсә, күптәргә өлгө булырға беҙҙең төп маҡсат.
Читайте нас: