Башҡортостан Хөкүмәте тауарҙы экспортҡа сығарғанда киткән сығымдарҙы ҡаплау буйынса программаны ғәмәлгә ашырыуҙы дауам итә. Ошо йәһәттән республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты тағы ла бер нисә компания менән килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Өфөләге “Леспром” йәмғиәте Ҡытайға ҡайын таҡтаһын даими рәүештә һата. Октябрьский ҡалаһындағы “Быраулауҙағы инновациялар” йәмғиәте быраулау һәм ремонтлау ҡорамалдарын Азербайжан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә, Мексикаға, Үзбәкстанға һәм Кубаға сығара. Был ике компания ла экспортҡа тауар һатыуҙы күптән юлға һалған.
Салауат ҡалаһынан эшҡыуар Б.В. Орлов ғаиләһе менән төрөү ҡаптары һәм бөрөлгән ҡатырға етештереү эшен яйға һалған. Әле ул Ҡаҙағстан баҙарына сыҡҡан. “Ҡаҙағстандағы уҙаҡташтар менән оҙайлы һәм үҙ-ара отошло бәйләнештәр булдырҙыҡ”, – тине ул, экспортҡа киткән юл сығымдарын ҡаплатыуға килешеүгә ҡул ҡуйған мәлдә.
Алдан яҙып үтеүебеҙсә, 15 ноябрҙән программаға үҙгәрештәр индерелеп, хәҙер тауарҙың пилот партияһын сит илгә сығарыуға киткән юл сығымына бер миллион һум бүленә (элек 500 мең һум ине), даими сығарғандар өсөн ярҙам күләме биш тапҡырға арттырылған – биш миллион һум (элек бер миллион һум ине).
Был программа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә ҡабул ителеп, кооперация һәм экспорт йүнәлешен үҫтереүгә тос өлөш индерә.
Фото: БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты сайтынан.