Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Илеш районында ла булды.
Ҡарабаш ауылында төбәк етәксеһе заманса спорт-мәҙәни үҙәген һәм илле урынға иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһын ҡараны. Улар “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһына ярашлы төҙөлгән. Дөйөм хаҡ 185 миллион һум самаһы тәшкил иткән.
Балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн уңайлы шарттар булдырылған, ике төркөм эшләй. Радий Хәбиров бында уйын, ял бүлмәләрен ҡараны, тәрбиәселәр менән аралашты.
Спорт-мәҙәни үҙәгендә иһә спорт һәм тренажер залдары бар, компьютерҙар, интернет булған заманса китапхана эшләй. Ошонда уҡ ауыл биләмәһе хакимиәте лә урынлашҡан. Радий Хәбиров әйтеүенсә, республиканың башҡа райондарында ла булдырырға мөмкин.
Иҫке Күктау ауылында Радий Хәбиров “Уңыш” тоҡомсолоҡ заводы базаһындағы 1600 баш малға иҫәпләнгән һөт комплексы төҙөлөшө барышы менән танышты. Был проект “Инвестиция сәғәте”нә тәҡдим ителеп, тейешле дәүләт ярҙамы алғайны. Инвестицияларҙың дөйөм күәлме 480 миллион һум самаһы тәшкил итә. Бында йылына 13 мең тонна һөт етештереү планлаштырыла.
Ошонда уҡ республика Башлығы ауыл мәҙәниәт йортон ҡараны. Ул былтыр асылған. Алты йөҙ квадрат метрлыҡ бер ҡатлы бинала 300 урынлыҡ универсаль тамаша залы урынлашҡан, шулай уҡ китапхана, компьютер класы, методик кабинеттар, түңәрәктәр үткәреү өсөн урындар бар.
Үрге Йәркәй ауылында Радий Хәбиров ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең музейында булып, экспозициялар менән танышты, ҡаһармандың бюсына сәскәләр һалды. Республика етәксеһе ошондай рухи мөйөштәрҙең үҫеп килгән быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә ҙур өлөш индергәнен билдәләне.
Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһында былтыр өс ҡатлы яңы поликлиника төҙөлгәйне. Ул бер сменала 250 кешене ҡабул итә ала. Поликлиникала балалар һәм өлкәндәр, рентген, медицина иҫкәртеүе бүлексәләре, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, клиник-диагностик лаборатория бар. Медицина учреждениеһы заманса ҡорамалдар, компьютер техникаһы менән йыһазландырылған.
Радий Хәбиров дауахананың табиптар менән тәьмин ителеү кимәле хаҡында һорашты. Учреждение етәксеһе әйтеүенсә, бында йәш белгестәрҙең күбеһе республика ауылдарына табиптарҙы йәлеп итеү маҡсатында булдырылған программаларға ярашлы килгән.
Әле дауаханала стоматология бүлексәһен реконструкциялау бара. Республика Башлығы ундағы эш барышы менән танышты, мохтажлыҡтар хаҡында белеште.
Декабрҙә район үҙәгендә яңы биологик таҙартыу ҡоролмаларын эшләтә башлау планлаштырыла. Төҙөлөш өсөн 141,5 миллион һум йүнәлтелгән. Утыҙ контейнер блогы буласаҡ, уларҙың эсендә технологик ҡорамал урынлаштырыласаҡ. Авария хәле килеп тыуһа, эш туҡтамаясаҡ, сөнки ҡорамалдарҙың бер нисә бойондороҡһоҙ технологик линияһы бар.
Район башлығы Илдар Мостафин әйтеүенсә, быға тиклем булған таҙартыу ҡоролмалары, торлаҡтың, социаль объекттарҙың күп төҙөлөүенә бәйле, көсөргәнеште күтәрә алмай.
Ашман ауылында Радий Хәбиров “Орленок” балалар һауыҡтырыу лагерын реконструкциялау барышы менән танышты. Уны йыл дауамында эшләтергә планлаштыралар. Әле ятаҡ корпустарын яңыртыу, биләмәне төҙөкләндереү бара. Был эштәр өсөн Маҡсатлы социаль программалар фондынан 140 миллион һум йүнәлтелгән. Әммә барыһын да тамамлау өсөн өҫтәмә финанслау талап ителә.
Радий Хәбиров Мәғариф министрлығына “Орленок”ка бәйле тәҡдимдәр әҙерләргә, “Мәғариф сәғәте”ндә фекер алышырға күрһәтмә бирҙе.
“Илеш районы бик яҡшы үҫеш ала. Бында уңған кешеләр йәшәй һәм эшләй. Мине медицинаның торошо ҡыуандырҙы һәм, әлбиттә, ауыл хужалығының үҫеше. Республика, һис һүҙһеҙ, районға ярҙам итәсәк”, – тине Радий Хәбиров, сәфәргә йомғаҡ яһап.
Фотолар Башҡортостан Башлығы сайтынан.