Республикала “Башҡорт ихаталары”, “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Был проекттарға ярашлы ихаталар һәм йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә, ҡала һәм райондарҙа урамдар, йорт янындағы майҙансыҡтар тәртипкә килтерелә.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев муниципаль берәмектәр башлыҡтары менән видеоконференция форматында “Башҡорт ихаталары” республика программаһын һәм “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.
Борис Беляев әйтеүенсә, был тема бик мөһим. “Ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары эштәрҙе сифатһыҙ башҡарған намыҫһыҙ подрядсыларға ҡарата ҡаты мөнәсәбәт яҡлы булырға тейеш. Илке-һалҡы атҡарылған эштәрҙе ҡабул итергә ярамай. Барлыҡ нормаларға ярашлы сифатлы башҡарылған һәм эштәр тамамланған райондарҙа подрядсы ойошмаларға ваҡытында тулыһынса аҡсаларҙы күсереүҙе тәьмин итергә кәрәк”, – тине сығыш яһаусы.
Әлегә “Башҡорт ихаталары” йорт яны биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү республика программаһын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында 101 ихатала эштәр тулыһынса теүәлләнгән, 303 объектта төҙөлөш бара, улар араһынан 48 ихатаға балалар өсөн уйын ҡоролмаларын килтереүҙәрен көтәләр. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проекты буйынса иһә бөгөнгә 134 объектта эштәр – 90 – 100, 27-һендә 70 – 90 процентҡа тамамланған тиерлек.
Кәңәшмә барышында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары ҡала һәм район башлыҡтарына “Башҡорт ихаталары” республика программаһы буйынса ошо арала графикка ярашлы барлыҡ муниципалитеттар 2020 йылғы объекттарға (ихаталарға) смета документтарын яҡларға һәм тейешле бөтә документтарҙы тапшырырға тейеш булғандарын иҫкәртте. Киләһе йыл программаһына ингән ихаталарҙың адресы тураһында мәғлүмәт хакимиәттәрҙең сайттарында урынлаштырылырға тейеш.