Иҡтисад
29 Ноября 2019, 06:12

“Яҡташтар тыуған ауылдарына ярҙам итергә тейеш”

Һуңғы йылдарҙа Ишембай районында бер нисә мөһим социаль объект төҙөлә, иҫкеләре ремонтлана. Әлбиттә, уның һиҙелерлек өлөшө “Башнефть” нефть акционерҙар компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең шәфҡәтлелек программаһына ингән.

Хеҙмәттәшлек юғары баһалана.


Һуңғы йылдарҙа Ишембай районында бер нисә мөһим социаль объект төҙөлә, иҫкеләре ремонтлана. Әлбиттә, уның һиҙелерлек өлөшө “Башнефть” нефть акционерҙар компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең шәфҡәтлелек программаһына ингән.


Улар республика Хөкүмәте һәм “НК” Роснефть” компанияһының хеҙмәттәшлеге тураһындағы килешеүгә ярашлы башҡарыла.


Был көндә республика Баш­лығы Радий Хәбиров менән “Башнефть” нефть акционерҙар компанияһы­ асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идараһы президенты-рәйесе Хәсән Татриев төбәккә ана шул эштәрҙең барышын күреү маҡсатында килде. Иң тәүҙә улар Петровский ауылын­дағы дауахана менән танышты.
Беҙҙе әллә ҡайҙан балҡып торған дауахана бинаһы ҡаршы алды. Баҡтиһәң, бығаса был Маҡар леспромхозының буш бинаһы булған. “Башнефть” компанияһы уны заман шарттарына яуап биргән һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы итеү өсөн 23 миллион һум аҡса йүнәлт­кән. Яңы дауаханала көндөҙгө стационар, шулай уҡ 65 кешелек амбулатория бар. Бинаның иҙәндәрен, тәҙрә-ишектәрен, яңаҡтарын, ҡы­йығын тулыһынса яңырт­ҡандар. Санитар-техник йыһаз­дар, йылытыу торбалары, ҡаҙанлыҡ, электр үткәргестәр алмаштырылған. Дауахана медицина хеҙмәткәрҙәре һәм матди-техник ресурстар менән тейешле кимәлдә тәьмин ителгән.
Дауахана эргә-тирәләге тиҫ­тәләгән ауылда йәшәгән алты меңгә яҡын халыҡты, шул иҫәптән бер мең тирәһе бала һәм үҫмерҙе хеҙмәтләндерә.
Радий Хәбиров менән Хәсән Татриев яңы урында эш шарттары, дауалау кабинеттары менән танышты, пациенттар менән аралашты. Медицина хеҙмәткәрҙәре лә, ауыл халҡы ла ҡыҫҡа ғына ваҡытта буш бинаны төҙөкләндереп, халыҡҡа матур бүләк эшләп ҡыуан­дырғаны өсөн етәкселәргә рәхмәт әйтте. Әйткәндәй, былтыр Радий Фәрит улы ауылда дауаханала булыуын иҫкә төшөрҙө:
– Тәү тапҡыр дауахананы күргәс, шаҡ ҡатҡайным. Бина ярым емерек хәлдә, түбәләр сереп бөткәйне. Бында артабан эшләү хәүефле ине. Бына хәҙер ниндәй күркәм дауахана бар­лыҡҡа килгән. Ысынында беҙ ауыл медицинаһын яңыр­тыуҙы башланыҡ. Был күренеш бик ҡыуаныслы. Республикаға социаль объекттар төҙөүгә ҙур ярҙам иткән “Башнефть” компанияһына рәхмәт, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәкселеге табип­тарҙы, ауыл дауаханаһын тергеҙеү өсөн ҙур тырышлыҡ һалған төҙөүселәрҙе дәүләт наградалары менән бүләкләү өсөн документтар әҙерләргә ҡушты.
Артабан ҡунаҡтар Радий Хәби­ров­тың тыуған ауылы Һайранға юлланды. Һуңғы йылдарҙа ауыл бығаса булмағанса яңырыш кисерә. Урамдарға асфальт юл түшәлгән, “Башнефть” компания­һының ярҙа­мы менән һыу торбалары һуҙыла, һыу һурҙырыу баш­няһы яңыртыл­ған. Ошо маҡсатҡа 21,7 миллион һум аҡса бүленгән. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән. Нефть компанияһы шулай уҡ урамдарҙы яҡтыртыу өсөн дә шаҡтай аҡса биргән. Муниципаль ҡаҙна иҫәбенә урта мәктәптең спорт залы ремонтланған. Етәксе­ләр, ҡунаҡтар был биналарҙың барыһын да ҡарап сыҡҡас, ауыл халҡы менән аралашты. Радий Хәбиров бында тиҙҙән янғын һүндереү часы асыласағын белдерҙе.
– Һайранда 18 эш урыны бар­лыҡҡа киләсәк, был ауыл ере өсөн ҙур ҡыуаныс. Яҡташтар тыуған ауылына ярҙам итергә тейеш тип иҫәпләйем, – тине республика Башлығы.
Әйткәндәй, “Башнефть” нефть акционерҙар компанияһы 2016 йылдан алып нефть төбәге булараҡ дан алған Ишембайҙа төрлө объекттар төҙөүгә 219, 321 миллион һум аҡса йүнәлткән. Шул иҫәптән ҡаланың 3-сө урта мәктәбенә капиталь ремонт өсөн – 26 миллион һум, Башҡорт балалар кадет корпусына – 45 миллион һум, Ишембай – Мәләүез – Воскресенский юлын төҙөклән­дереүгә (21 миллион һум), Иҫке Һәйет (4,4 миллион), Ғүмәр (4,29 миллион һум) ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөүгә аҡса бүлгән.
“Башнефть” компанияһы төп етештереү эшмәкәрлеген Баш­ҡорт­ос­танда алып бара. Һуңғы өс йылда “НК” Роснефть” акционерҙар йәмғиәте, Баш­ҡортостан Хөкүмәте менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ярашлы, 300 тирәһе социаль инфраструктура объекты төҙөгән һәм ремонтлаған. Шулар иҫәбендә – Күмертау ҡалаһында Боҙ һарай, Тәтешлелә инва­лидтарҙы реабилитациялау үҙәге, Илештә поликлиника, Өфөлә балалар поликлиникаһы, Йәрмә­кәйҙә бассейнлы физкультура-һауыҡ­тырыу комплексы, “Өфө ыласыны” спорт үҙәге, Тимашев юл үткәргесе, Кү­гәрсен районында һәм Нефтекама ҡалаһында балалар баҡса­лары, Келәш ауылында мәҙәниәт йорто һәм башҡалар.
Нефть һәм газ төбәге булараҡ дан алған Ишембай районындағы тәүге нефть вышкаларын 1930 йылдарҙа төҙөй башлайҙар. Проект ваҡытынан алда тормошҡа ашырыла – 1932 йылдың 16 майында 702-се скважинанан СССР-ҙың көнсығышында тәүге нефть сыға­рыла. Шуныһы ҡыуаныслы – Ишембай нефте бөгөн дә уңышлы файҙаланыла.
Тап шуға ла ҡунаҡтар “Өләсәй” тип аталған тәүге тарихи вышка янында ла булып, хәтирәләргә бирелде. “Башнефть” нефть акцио­нерҙар компанияһының асыҡ акцио­нерҙар йәмғиәте идараһы президенты-рәйесе Хәсән Татриев жур­налистарҙың һорау­ҙарына яуап бирҙе.
– Ни өсөн Ишембай районында һыу үткәргескә һәм дауаханаға капиталь ремонт үткәреүҙе финанс­ларға ҡарар иттегеҙ?

– “Башнефть” компанияһы инфраструктура проекттарын тор­мошҡа ашырыуҙа республика Хөкүмәтенең ышаныслы партнеры булып ҡала, юғары социаль яуаплылыҡ тоя. Дауахана ремонтлау һәм һыу үткәргес төҙөү төбәкте үҫтереүгә йүнәлтелгән ҙур шәф­ҡәтлелек программа­һының бер өлөшө генә әле.
– Бөгөн Ишембай районы “Башнефть” өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә?
– “Башнефть”тең тарихы Ишем­байҙан юл алған. Бында 702 -се скважинанан ҙур башҡорт нефте үҙенең тарихын башлай. Бөгөн дә Ишембайҙа нефть сығарыу йәһәтенән әүҙем эш алып барыла. Шуның һөҙөмтәһе булып “Башнефть” коллективы һәм сервис предприятиелары эш менән тәьмин ителгән.
– Республиканың власть органдары менән мөнәсәбәттәр нисек хәл ителә?
– “Башнефть” компанияһы төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнаш­лығындағы республика Хөкүмәте менән төрлө өлкәләге әүҙем хеҙ­мәттәшлек традицияларын юғары баһалай. Төбәктең артабанғы үҫеше, халыҡтың уңайлы тормошо хаҡына үҙ-ара хеҙмәттәшлек киләсәктә лә дауам итәсәк.


Ишембай районы.
Читайте нас