Иҡтисад
29 Ноября 2019, 06:20

Заманса алымдар ҡулланып эшләү – көн талабы

Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты уңышлы ғәмәлгә ашырыла.

Ыңғай һөҙөмтә алам тиһәң...


Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты уңышлы ғәмәлгә ашырыла.


“Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса федераль үҙәк” коммер­цияға ҡарамаған автономиялы ойошма етәксеһе Николай Соломон белдереүенсә, был Милли проектҡа Башҡортостандың 150 предприятиеһын йәлеп итмәксе­ләр. Рәсәй буйынса ҡатнашыу­сылар һаны иһә 10 меңгә етергә тейеш.
Милли проект 2024 йылға тиклем тормошҡа ашырыласаҡ. Ҡатнашыусыларҙың эшмәкәрлеге өҫтөнлөклө йүнәлештәргә бәйле булыуы шарт: эшкәртеү, ауыл ху­жалығы, транспорт, сауҙа, төҙө­лөш тармаҡтары. Уларҙың хеҙмәт етештереүсәнлеге потенциалы 10 проценттан да кәм булмауы фарыз. Барлыҡ шарттарға яуап биргән ойошмаларға Сәнәғәтте үҫтереү федераль үҙәгенән 50 миллион һумдан алып 300 миллион һумғаса льготалы кредит алыу мөмкинлеге бирелә.
Бөгөн республикабыҙҙа 43 предприятие ошо программала ҡатнаша. Йыл аҙағына тиклем уларҙың һаны 50-гә етергә тейеш. Проектта ҡатнашыусы компания­ларға Федераль компетенция үҙәгенән методик ярҙам күрһәтелә, етештереү майҙандарында оҫтаханалар булдырыла.
Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр өсөн махсус уҡыуҙар ойошторола. Улар, яңы һөнәр үҙләштереп, шул уҡ ойошмала икенсе вазифаға күсә ала, йәғни урында ҡыҫҡар­тыуҙар булыу ихтималлығы юҡҡа сығарыла.
– Заманса алымдар ҡулланып эшләү донъя кимәлендә конку­рент­лыҡты нығытыуға йүнәлтел­гән. Был – глобаль маҡсат. Төбәк кимәленән ҡарағанда, ил Президенты ҡуйған бурыстарҙы үтәргә кәрәк, йәғни хеҙмәт етештереү­сәнлеген йылына кәмендә 5 про­центҡа күтәреү – беҙҙең төп бурыс, – ти Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урын­баҫары Айрат Фәхретдинов.
Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май Указдарында раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүл­леккә ярҙам” милли проектында ҡатнашыу мөмкинлеге булған предприятиелар өсөн урындарҙа семинар-кәңәшмәләр ойошторола.
Ошондай осрашыуҙар Нефтекама, Ишембай, Өфө ҡалаларын­да, Бәләбәй районында уҙға­рылған. Уларҙа предприятие­ларҙың милли проектта ҡатнашыу өҫтөнлөктәре, ойошмаларға ярҙам саралары, етештереү ҡағиҙәләре ҡаралған, программаға инеү аҙымдары ентекләп аңлатылған.
Милли проектта ҡатнашыу предприятиеларға етештереүҙең һөҙөмтәлелеген, персоналдың ква­лификацияһын һәм ҡыҙыҡһы­ныуын, етештергән продукцияның һөҙөмтәһен арттырыуға, муници­палитеттарҙың иҡтисади ҡеүәтен һәм һалым базаһын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар төбәк үҙәге вәкилдәре милли проектта ҡатнашырға теләк белдергән “Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалар заводы” һәм “Благовещен тимер-бетоны” акционерҙар йәмғиәттәре майҙансыҡтарында булды. Эшлекле осрашыуҙа улар предприя­тиеларҙың бөгөнгө эшмәкәрлеге һәм киләсәккә перспективалары менән танышты. Компания етәкселәренә милли проектта ҡатнашыусыларға күрһәтелгән ярҙам тураһында мәғлүмәт еткерелде. Һөҙөмтәлә ике предприятие менән дә килешеү төҙөлдө.
“Мәләүез тимер-бетон ҡорол­малар заводы” төҙөлөш индус­трия­һы араһында етештереү кү­ләме буйынса лидерҙар иҫәбендә. Заводтың төп эшмәкәрлеге – сәнәғәт, транспорт һәм граждандар тармағын тимер-бетон ҡорол­малар менән тәьмин итеү.

Бөгөн предприятиела һигеҙ йөҙҙән ашыу кеше хеҙмәт итә. Заводта формаға һалыу, арматура цехы һәм бетон иҙмәһе етештереү участкалары эшләй. Заводтағы продукция милли стандартҡа һәм техник шарттарға тулыһынса яуап бирә, тауарҙы етештереү процесы тәүге баҫҡыстан аҙағына тиклем даими күҙәтелә, тик БР һәм РФ буйынса яңы объекттар төҙөлөшө ҡыҫҡартылыу сәбәпле, йыл башынан етештереү күләме түбәнәйгән. Заводта етештерелгән тимер-бетон тауары күбеһенсә Себерҙең төньяғына, Ҡаҙағстан яҡтарына оҙатыла.
“Благовещен тимер-бетоны” йәм­ғиәте лә – республика төҙөлөш индустрияһының лидеры. Уның эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре – йыйылма тимер-бетон изделиелар, бетон изделиелар, тауар бетоны етештереү. Һуңғы йылдарҙа предприятие ойоштороу-техник яҡтан етди үҙгәрештәр кисергән, заманса технологиялар производ­ствоға индерелгән, был продук­ция­ның яңы серияларын сыға­рыуҙы үҙләштереүгә булышлыҡ иткән.
Ике предприятие ла “Башбетон Холдинг компанияһы”на ҡарай. Йәмғиәт Рәсәй һәм сит илдәргә киң ассортиментлы сифатлы продукция тәҡдим итә. Холдинг мәғдән һаналмаған төҙөлөш материалдарын (ҡом, ҡырсынташ) сығарыу­ҙан башлап тимер-бетон изделиелар һәм цемент-юнысҡы плитәләр етештереүгә тиклем бөтә цикл­дарҙы үҙ эсенә алған предприя­тиеларҙы берләштерә.
– Холдингта һаҡсыл етеште­реүсәнлек принцибын 2013 йылда уҡ индерә башланыҡ. Был беҙгә яңы проекттарҙы ҡулланып, тауар етештереү күләмен арттырыуға булышлыҡ итте.
Бөгөн ике предприятиебыҙҙың “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектына инеүе – ҡыуаныслы ваҡиға. Программа ярҙамында заказдарҙы һатыу ваҡытын ҡулайлаштырырға йыйынабыҙ – был беҙгә етеш­терелгән продукцияның үҙҡиммә­тен төшөрөргә ярҙам итәсәк, – ти “Башбетон Холдинг компанияһы” генераль директоры Владимир Баварский.
Читайте нас