Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән республика һәм Ырымбур өлкәһе араһында социаль-иҡтисади бәйләнеште нығытыу саралары тормошҡа ашырыла. Ошо маҡсатҡа ярашлы, Гай тау-байыҡтырыу комбинаты Баймаҡ районының Йылайыр ауыл биләмәһенә экскаватор һәм ассенизатор машинаһы бүләк итте.
Урғаҙа – район үҙәгенән йыраҡта урынлашҡан ауылдарҙың береһе. Киләсәктә юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, ер эштәрен башҡарыу кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ырымбурҙарҙың бүләге оло ярҙам буласаҡ, тип ҡыуана урындағы халыҡ.
Ауылға махсус техникалар бирелеү менән ике кешегә, атап әйткәндә, водителдәр Рәүил Моратов менән Радмир Диңгеҙбаевҡа эш булды. Өр-яңы машина руле артына ултырыу уларға айырыуса ҙур яуаплылыҡ өҫтәй.
Һуңғы йылдарҙа Йылайыр ауыл биләмәһендә халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыу буйынса күп эш башҡарыла. 2017 йылда, мәҫәлән, Күлтабанда һыу үткәргес төҙөлдө. Быйыл иһә Урғаҙаны яҡтыртыуға ҙур хеҙмәт һалына. Ауылдағы участка дауаханаһының беренсе ҡатында ремонт яһалған, артабан тотош бинаға капиталь ремонт эшләнәсәк. Урғаҙалар шулай уҡ янғын һүндереү машинаһы алып та ҡыуанды.
Фото Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.