Иҡтисад
4 Декабря 2019, 20:35

Хәлегеҙ нисек, Мишкә халҡы?

“Район яҡшы тәьҫорат ҡалдырҙы. Муниципалитет етәксеһенең идеялары күп, эш урындары булдырыуҙың, бәләкәй бизнесты үҫтереүҙең яңы алымдарын эҙләй”.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Мишкә районында булды.

* * *
Ирсай ауылында республика етәксеһе “Ғаилә” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Был өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында илдә беренсе булып асылған пансионат. Әле унда 14 ир, 12 ҡатын көн күрә. Иң йәшенә – 27, өлкәненә 96 йәш. Радий Хәбиров үҙәктәге социаль-көнкүреш шарттарын баһаланы, пансионатта йәшәүселәр, етәкселек менән аралашты.

* * *
Мишкә ауылында Башҡортостан Башлығы Ф. Бүләков исемендәге 1-се лицейҙа булды. 2006 йылда уҡыу йорто өс ҡатлы яңы бинала эшләй башлаған, әле унда 700-ҙән ашыу кеше белем ала, уларҙың бер өлөшө – икенсе сменала. Хакимиәт етәксеһе Павел Трапезников әйтеүенсә, район үҙәгенең ике мәктәбендә, дөйөм алғанда, 330 бала икенсе сменала уҡырға мәжбүр. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн яңы биҫтәлә тағы бер мәктәп төҙөү талап ителә.
“Мәғариф” милли проектына ярашлы, 1-се лицейҙа “Үҫеш нөктәһе” белем биреү майҙансығы асылған. Ул информатика, технология, ОБЖ дәрестәрен берләштереп уҡытыу мөмкинлеген бирә. Мәктәптә шулай уҡ “Взлетай!” республика проекты тормошҡа ашырыла, уға ярашлы балалар инглиз телен тәрән өйрәнә.
Радий Хәбиров педагогик коллектив һәм уҡыусылар менән аралашты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флорид Бүләковтың музейында булды, шулай уҡ ашханала туҡланыуҙың нисек ойошторолғанын ҡараны, ашнаҡсыларҙы дәртләндереү сараларын күрергә тәҡдим итте.
“Мәктәптәрҙә аш-һыу әҙерләүселәр етешмәй. Булғандарының да күбеһе – өлкәндәр. Улар элеккесә эшләргә өйрәнгән. Ә беҙ мәктәптәрҙәге туҡланыу системаһын бер баҫҡысҡа күтәрергә теләйбеҙ”, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

* * *

Район үҙәгендә Радий Хәбиров Мари тарихи-мәҙәни үҙәге бинаһын реконструкциялау барышы менән танышты. Капиталь ремонттың тәүге хаҡы 50 миллион һум тәшкил иткән. Әммә хеҙмәт процесында өҫтәмә эштәр билдәләнеп, тағы ла 20 миллион һум талап ителә. Төбәк етәксеһе был һорауҙы хәл итергә күрһәтмә бирҙе.
Мишкә район мәҙәниәт һарайында киләһе йыл үтәсәк фольклориадаға әҙерлек мәсьәләһе ҡаралды. Ҙур мәҙәни сара алдынан бинаның тамаша залына реконструкция кәрәк.
Бында эшләгән “Эрвел” халыҡ бейеүҙәре ансамбле райондың визит карточкаһы булып тора. Ул – төбәк, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара фестивалдәр лауреаты һәм призеры. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, сәхнә һәм бейеү костюмдарының күбеһе иҫкергән. Ә муниципалитеттың уларҙы яңыртыуға аҡсаһы юҡ.
Ошонда уҡ Павел Трапезников республика етәксеһенә “Геройҙар аллеяһы” мемориаль-парк комплексы проектын күрһәтте.

* * *
Ике йыл элек сафҡа индерелгән “Триумф” физкультура-һауыҡтырыу комплексы район халҡының һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан урынына әүерелгән. Бында ярыштар, күнекмәләр үтә. Бинала 20 урынлыҡ ҡунаҡхана, ашхана, бассейн, утыу тиры, тренажер, теннис залдары бар.
Ошонда уҡ паралимпия спорты үҙәге урынлашҡан, унда барыһы ла һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар араһында күнекмәләр, ярыштар үткәреү өсөн ҡаралған халыҡ-ара талаптарға яуап бирә. Бындағы тренерҙарҙың береһе – Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Паралимпия уйындарының биш тапҡыр чемпионы Кирилл Михайлов.
Радий Хәбиров комплекстың һәр урынын ҡараны, тренерҙар менән аралашты, “Ауыл тренеры” республика программаһының яңы кадрҙар йәлеп итеүгә булышлыҡ ҡыласағын билдәләне.

* * *
Республика етәксеһе эш сәфәре һуңында Павел Трапезников менән муниципалитетты артабан үҫтереү планын ҡараны.
“Район яҡшы тәьҫорат ҡалдырҙы. Әлбиттә, проблемалар күп. Был юлдар, медицина, мәктәптәр, иҫкергән мәҙәниәт йорттары... Ә дөйөм алғанда, иҡтисад та үҫә, эре предприятиелар ҙа барлыҡҡа килә. Мишкә районы етәксеһенең идеялары күп, эш урындары булдырыуҙың, бәләкәй бизнесты үҫтереүҙең яңы алымдарын эҙләй”, – тине Радий Хәбиров һәм муниципалитетта юл инфраструктураһын үҫтереү темаһын алдағы “Транспорт сәғәте”ндә ҡарарға тәҡдим итте.
Фотолар: glavarb.ru
Читайте нас