Иҡтисад
6 Декабрь 2019, 17:00

Үҙебеҙҙең ит тәмле лә, сифатлы ла

Баймаҡ эшҡыуарҙары ит эшкәртеү цехы төҙөү буйынса проект менән сығыш яһаны.

Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров ҡала һәм район башлыҡтарына һәр кесаҙна төбәккә инвесторҙарҙы йәлеп итеү, уларға уңайлы инвестиция мөхите булдырыу һәм эшҡыуарлыҡ өсөн отошло шарттар тәҡдим итеү маҡсатында урындарҙа “Инвестиция сәғәте” үткәреү бурысын ҡуйҙы.
Баймаҡ районында үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә был юлы эшҡыуарҙар төбәктә ит эшкәртеү цехын төҙөү буйынса проект менән сығыш яһаны. Яңы проектты тәҡдим итеүселәр фекеренсә, районда малсылыҡ тармағы ныҡлы үҫешкән, йылҡысылыҡ буйынса ла баймаҡтар республикала беренсе урында тора. Шуға күрә районда ит эшкәртеү цехы төҙөү көнүҙәк мәсьәлә. Үҙебеҙҙә етештерелгән ит тәмлерәк тә, сифатлы ла буласаҡ, тип ышандыра эшҡыуарҙар. Шулай уҡ хәләл ит етештереү ҙә ҡарала.
Фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас