Иҡтисад
6 Декабря 2019, 13:25

Улар ҡаҙнаға ҙур өлөш индерә

Беренсе тапҡыр үткән "Йыл һалым түләүсеһе" республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр.

Беренсе тапҡыр үткән "Йыл һалым түләүсеһе" республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр.
Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров конкурстың һалым тәртибен яҡшы үтәгән коллективтарҙы башҡаларға күрһәтеү һәм эшҡыуарлыҡ һөҙөмтәләренең асыҡлығына өлгәшеү маҡсатынан үткәрелеүен билдәләне.
Ҙур предприятиелар араһында тәүге урынды "ОДК-Өфө моторҙар эшләү-етештереү берекмәһе" акционерҙар йәмғиәте яулаһа, икенсе урынды "ИНМАН" йәмғиәте алды. Өсөнсөлә – "Башкир-Агроинвест" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Сауҙа эшмәкәрлеге менән мәшғүл ойошмалар араһында – "Өфө межрегионгаз газпром", хеҙмәт күрһәтеү предприятиелары араһында "Өфө халыҡ-ара аэропорты", "Өфө газ селтәрҙәре бүлеү газпром", "Башҡортостан электр селтәрҙәре бүлеү" йәмғиәттәре бүләкләнде. Конкурс еңеүселәре документтарҙа һәм реклама материалдарында еңеүсе исемен файҙаланыу хоҡуғына эйә булды.
Автор фотоһы.
Читайте нас