“Торатау” конгресс-холында үткән “БизнесPRO” форумында “туйымда ла костюм кеймәйәсәкмен” тип һүҙ биргән Башҡортостандың атҡаҙанған артисын галстукта һәм костюмда күреп, бер ҙә ғәжәпләнмәнек. Беҙгә ҡалһа, уға рәсми сараларға кейә торған костюм да бик килешә.
Дүрт меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан эшҡыуарҙар конгресында сығыш яһап, халыҡтың яратҡан йырсыһы Радик Юлъяҡшин бизнесмендарға ниндәй аҡыл өйрәткән? “Уңышлы бизнестың төп сере – үҙеңә ышаныс һәм тырышлыҡ”, - тине ул. Быныһын барыбыҙ ҙа беләбеҙ кеүек. Тағы?
"Уңышҡа өлгәшеү өсөн күп эшләргә һәм хыялыңа ышанырға кәрәк. Алдыңа маҡсат ҡуй ҙа шуға ынтыл. Һәм бер кемде лә тыңлама! Әлбиттә, файҙалыһын үҙеңә алырға мөмкин, кәрәкмәгәнен алып ташла – бөтә сер шунда", - тине яратҡан артисыбыҙ.