Бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йола буйынса, ағымдағы йылдағы эшмәкәрлеккә бер ни тиклем йомғаҡтар ҙа яһаны.
Шулай 2019 йылда республика иҡтисадына инвестициялар күләме 15 процентҡа үҫкән.
– Былай бер ҡасан да булғаны юҡ ине! Һуңғы йылдарҙа был төп күрһәткес буйынса беҙҙә ноль процент булды. Хәҙер беҙ федераль министрлыҡтар һәм корпорациялар менән эшләргә өйрәндек. Өс йылдам үҫеш биләмәһе асырға килештек. “Алға” махсус иҡтисади биләмәһен булдырыуға табан барабыҙ. Ул “Стәрлетамаҡ – Ишембай – Салауат” агломерацияһын үҫтереүгә, унда яңы заманса етештереүҙәр асыуға ҡеүәтле этәргес бирәсәк, – тине Радий Фәрит улы.
Башҡортостан Башлығы быйыл республикала тормошҡа ашырылған мөһим проекттарҙы һанап сыҡты. Мәҫәлән, августа илдә иң ҙурҙан булған Подольск ятҡылығы эшкәртелә башланы. Урал тау-байыҡтырыу компанияһының был проектҡа индергән инвестиция күләме 50 миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк. “Газпром нефтехим Салауат” компанияһында газ эшкәртеүсе комплекс төҙөлә башлаясаҡ. Стәрлетамаҡ районында “Стерэкс Пак” компанияһы күп ҡатлы асептик ҡаптар етештереү буйынса завод төҙөй. “Ласселсбергер” компанияһы Әбйәлил районында ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереүсе завод һала.
– Дөйөм алғанда беҙҙең планда 100 инновация проектын тормошҡа ашырыу. Беҙҙә “Промцентр” тип аталған индустрия паркы бар, уның резиденттары дүрт йыл эсендә төбәк бюджетына миллиард һум аҡса индергән. Бында 1200 эш урыны булдырылған. Беҙ был уңышлы проектҡа ярҙам итергә һәм уның майҙанын тағы 10 мең квадрат метрға арттырырға булдыҡ. Йәнә өс индустрия паркы – Шишмә районындағы “Агротехнологиялар үҙәге”, “Өфө” һәм Өфө районындағы “Нижегородка” парктары Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығының конкурсында еңде һәм 755 миллион һум күләмендә федераль ярҙам аласаҡ. Был бик мөһим еңеү, – тине Радий Фәрит улы. – Әле беҙ тағы бер нисә мөһим проектты алға үткәрергә тырышабыҙ. Агросәнәғәт комплексында мөмкинлектәребеҙ ифрат ҙур. Мәҫәлән, Бәләбәй һөт заводында “Савенсия” француз компанияһы тарафынан йомшаҡ сырҙар етештереү барлыҡҡа киләсәк. Йәрмәкәй, Федоровка, Бәләбәй, Әлшәй райондарында ҙур проекттар тормошҡа ашырыла.