Иҡтисад
10 Декабря 2019, 11:03

Кеҫә телефонына сығым артасаҡ

Киләһе йылда Рәсәйҙә кәрәҙле элемтәгә тарифтарҙың 10 – 25 процентҡа ҡиммәтләнеүе ихтимал. “Telecom Daily” агентлығының генераль директоры Денис Кусков фекеренсә, аныҡ прогноз быйылғы йыл аҙағына билдәле буласаҡ.

Киләһе йылда Рәсәйҙә кәрәҙле элемтәгә тарифтарҙың 10 – 25 процентҡа ҡиммәтләнеүе ихтимал. “Telecom Daily” агентлығының генераль директоры Денис Кусков фекеренсә, аныҡ прогноз быйылғы йыл аҙағына билдәле буласаҡ.


Был хаҡта “Известия” гәзите хәбәр итә. “Telecom Daily” үткәргән һорау алыу һөҙөмтәләренән күренеүенсә, рәсәйҙәрҙең күбеһе әле үк кеҫә телефонына сығымдарҙың артыуын һиҙә. 2019 йылдың өсөнсө кварталында, йыл башы менән сағыштырғанда, улар 10 процентҡа һәм унан ашыуыраҡҡа артҡан, тип белдергән респонденттарҙың 74 проценты.


Быйылғы туғыҙ айҙа һәр унынсы абонент операторҙарын алмаштырған, тағы 12 проценты быны декабрь аҙағына тиклем эшләргә йыйына. Һорауҙарға яуап биргәндәрҙең 18 проценты тарифтарын алмаштырған.


Хеҙмәттәрҙең хаҡын арттырып, элемтә­селәр быйыл эске роумингты бөтөрөү сәбәпле кәмегән килемдәрен ҡаплай. Элемтә компанияларының өҫтәмә сығымдары “Яровая пакеты” тип аталған закондарҙың үтәлешенә лә бәйле.


Бынан тыш, абоненттар мобиль интернеттан һәм видеосервистарҙан әүҙем ҡуллана, был уларҙы ҡиммәтерәк тарифтарҙы һайларға мәжбүр итә, тип иҫәпләй эксперттар.


“МТС”, “Tele2” һәм “Билайн” мобиль операторҙары әлегә элемтә хеҙмәттәренә тарифтарҙы арттырырға йыйынмай, тип хәбәр итә ТАСС компания вәкилдәренә һылтанма менән. МТС-та аңлатыуҙарынса, компания артабан экономиялау өсөн бер нисә продуктты бер тәҡдимгә берләштергән конвергент сервистарҙы әүҙем үҫтереүҙе дауам итергә ниәтләй. “Tele2” матбуғат хеҙмәтенән абоненттарҙың “ауырыраҡ” пакет тарифтарын һайлауы ҡулланыусыларҙың мәғлүмәттәр тапшырыу хеҙмәттәренән әүҙемерәк файҙаланыуына бәйле булыуын хәбәр иттеләр. “Билайн” селтәре вәкилдәре операторҙың, хаҡтарҙы арттырыуҙан баш тартып, клиенттар өсөн тарифтарға һәм хеҙмәттәргә хаҡтарҙы оҙайлы ваҡытҡа туңдырыуын билдәләне. “Мегафон”да иһә аңлатма биреүҙән баш тартҡандар.


Фото : ca.news.yahoo.com
Читайте нас