Иҡтисад
10 Декабрь 2019, 11:00

Оҫталарҙы уҙып китер заман

Сит ил тауарын үҙебеҙҙекенә алмаштырыу программаһы нисек үтәлә?

2014 йылдан алып импорт тауарҙарын үҙебеҙҙә етештерелгәндәренә алмаштырыу Рәсәйҙәге иҡтисади сәйәсәттең төп йүнәлештәренең береһенә әүерелде. Сәнәғәттең айырым тармаҡтарында һәм ауыл хужалығында тәғәйен тауар етештереүҙе арттырыу буйынса Хөкүмәт ҡарарҙары ҡабул ителде, илдең барлыҡ төбәктәрендә ошо йүнәлештә “юл картаһы” барлыҡҡа килде. Хәҙер был мөһим эш нисек бара?


Мәсьәләнең тарихы


Көнбайыш илдәре санкция индергән мәлгә Рәсәйҙең сит ил тауарҙарынан бойон­дороҡлолоғо рекордлы кимәлгә еткәйне. 2012 йылда илдең эске баҙарында ситтән килтерелгән продукцияның күләме 11 процент тәшкил иткән. Эшкәртеү сәнәғәтендә, төҙөлөштә импорттың өлөшө тағы ла ҙурыраҡ ине. 2013 йылда эшкәртеү тармағында үҙебеҙҙең продукцияны етештереү Германиянан 2,8 тапҡырға ҡалыша ине, ауыл хужалығы продукцияһы буйынса Рәсәй Һиндостандан дүрт тапҡырға арттараҡ ҡалды. Хатта илебеҙ иҡтисадының нигеҙ тармаҡтары ла сит дәүләттәр биргән деталдәр һәм комплектлаусы әйберҙәр ҡулланып эшләне. Хөкүмәттең рәсми сығанаҡтарына ҡарағанда, Рәсәйҙең граждандар авиацияһы предприятиелары сит ил комплекттарына – 80 процентҡа, ауыр машиналар эшләү тармағы – 70, нефть һәм газ ҡорамалдары етештереү – 60, энергетика ҡорамалдары – 50, ауыл хужалығы машиналары етештереү заводтары 50 проценттан алып 90 процентҡаса бәйле һәм башҡалар.
Бындай шарттарҙа илебеҙҙең иҡтисади һәм сәйәси бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалыу өсөн импортты алмаштырыу буйынса киң ҡоласлы эшкә тотоноу үтә зарур ине. Энергия ресурстарына хаҡтарҙың төшөүе, һум курсының түбәнәйеүе, иҡтисади үҫештең донъялағы дөйөм көрсөккә бәйле һүлпәнәйеүе, “санкциялар һуғышы” был маҡсатҡа тағы ла тиҙерәк һәм йоғонтолораҡ ынтылырға кәрәклеген аңғартты. 2014 йылдың аҙағында нефть һәм газ менән бергә Рәсәй сит илдәргә сығарған башҡа тауарҙар һәм ярымфабрикаттарға – ағасҡа, минераль ашламаға, алюминға, алмасҡа һәм башҡа күп кенә продукцияға хаҡтар түбәнәйә башланы. Сауҙаның балансланмауы арҡаһында импорттың экспорттан уҙыуына юл ҡуйылды.
Импорттан бәйлелектең артыуына оҙаҡ йылдар нефткә хаҡтың юғары булыуы сәбәпсе. Һөҙөмтәлә иҡтисадтың бер өлөшөн булһа ла сит ил тауарҙарынан азат итеү тураһындағы рәсми ҡарарҙар кисектерелә килде. Ә бит импортты ватан тауарҙары менән алмаштырыу мәшғүллеккә, халыҡтың реаль килеменә, финанс системаһының тотороҡлолоғона ла тәьҫир итә.

Бөтә был шарттарҙы иҫәпкә алып, 2014-2015 йылдарҙа Рәсәй Хөкүмәте илдең иҡтисади бойондороҡһоҙлоғон тәьмин итеү сиктәрендә “Ватан тауарҙарын тәҡдим итеүҙе арттырыуға йүнәлтелгән саралар комплексын эшләү һәм тормошҡа ашырыу буйынса” программа документтарын ҡабул итте. Ҡыҫҡаса уны “Импортты алмаштырыу буйынса программа” тип атайҙар. Ошо мөһим йүнәлеште тормошҡа ашырыу буйынса комиссияға Хөкүмәт Рәйесе Дмитрий Медведев етәкселек итә.


Тәүге һәм көн дә кәрәкле тармаҡ


Сит илдән алынған тауар төрҙәрен үҙебеҙҙә етештереүгә йүнәлтелгән сәйәсәт беренсе сиратта ауыл хужалығына ҡағылды. Ни тиһәң дә, ризыҡ – көн дә кәрәк ихтыяж. Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тигән төшөнсәнең дә көнүҙәк булыуҙан туҡтағаны юҡ.

Беҙҙең илгә ҡарата иҡтисади санкциялар иғлан ителгәс һәм, шуға яуап итеп, Рәсәй ҙә ҡайһы бер төр ауыл хужалығы продукцияһы индереүҙе тыйғас, аграр сәйәсәтте лә үҙгәртеү зарурлығы тыуҙы. Был эште тиҙләтеү, ауыл хужалығы продукцияһын һатыуҙы тәьмин итеү, уны һаҡлау һәм эшкәртеү өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу аша аҙыҡ-түлектең тауарлылығын боҙмау маҡсатында “Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү” дәүләт программаһына яңы ҡағиҙәләр өҫтәлде, аҡсалата ярҙамды айырым маҡсатлы статьяларға бүлеү өсөн элек булған йүнәлештәрҙе лә ҡайтанан ҡарап сыҡтылар.
Ике йыл элек ошо Программаны финанслауҙы арттырҙылар, уның ҙур өлөшөн аграр-сәнәғәт комплексын кредитлау системаһына бирҙеләр. Был осраҡта ошо системаның кәмселектәре лә асыҡланды: “Россельхозбанк”, мәҫәлән, ҡаҙнанан 10 миллиард һум алһа ла, аграр йүнәлештә эшләгән предприятиелар өсөн кредитҡа ташлама яһай алманы – ундай мөмкинлеге юҡ икән. Ә бит бюджеттан өлөш тәтемәгән Һаҡлыҡ банкы кредит өсөн проценттарҙы әлеге банктан түбәнерәк ҡуя. Былтырғы һөҙөмтә Һаҡлыҡ банкының кредит таратыу күләмен 37 процентҡа арттырыуын, ә “Рос­сель­хоз­банк”тың, киреһенсә, 19 процентҡа кәметеүен күрһәтте. Хәлде кисекмәҫтән төҙәтеү өсөн саралар күргәс, исеменән үк аңлашы­лыуынса, ауыл хужалығын кредитлау өсөн булдырылған был банк быйылғы тәүге биш айҙа аграр тармаҡты кредитлауҙы ҡырҡа арттырҙы: банк үҙе киң мәғлүмәт сараларына биргән һандарға ярашлы, ауыл хужалығына һәм аҙыҡ-түлекте эшкәртеүселәргә 452,5 миллиард һум кредит биргән.
Дәүләт ярҙамының төп механизмы – шәхси инвесторҙың күмәртә-таратыу үҙәктәренә киткән тура сығымына субсидия биреү. Бындай үҙәктәргә, нигеҙҙә, йәшелсә һәм иген һаҡлағыстар инә. Уларҙы булдырыу ауыл хужалығы продукцияһын һаҡлау һәм һатыу проблемаһын хәл итеү маҡсатын ҡуя. Үҙәктәр дәүләт һәм муниципаль заказдар буйынса, шулай уҡ социаль туҡланыу селтәре өсөн продукция туплау урыны булыр тип күҙаллана. Ябыҡ грунтта йәшелсә үҫтергән хужалыҡтар дәүләттең ошондай һаҡлағыстар төҙөргә генә ярҙам итеүе тармаҡҡа һынылыш бирә алмаясаҡ тип иҫәпләй, сөнки төп сығымдар – йылылыҡ, электр энергияһы һәм газ өсөн түләү был хужалыҡтарҙың үҙ елкәһенә ята.
Иҡтисадтағы ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы продукцияһын етештереү үҫә. Ҡайһы саҡ бының сәбәбен импортты алмаштырыу сәйәсәте үткәреүҙә күрәләр. Бының да эҙемтәһе бар, әлбиттә, ләкин белгестәр шулай ҙа эшҡыуарлыҡтың тармаҡты үҫтереү менән ҡыҙыҡһыныуын, һумды де­вальвациялауҙы һәм тәбиғәт шарттарының һуңғы йылдарҙа уңайлы булыуы ла мөһим тип һанай.
Илдең аҙыҡ-түлек баҙары үҙебеҙҙә етештерелгән ризыҡтар менән тулыланып килә. Рәсәй шарттарында етештереп булмаған йәки үҫтереү ҡыйбатҡа төшкән йәшелсә, еләк-емеш, шулай уҡ һөт ризыҡтары ғына ситтән күпләп ташыла. Хәҙер йәшелсә-емеште элекке һымаҡ миҙгеленә ҡарап түгел, ә йыл әйләнәһенә ҡулланалар, әммә ҡыш уны сит илдән һатып алыу арзаныраҡҡа төшә. Белгестәр аңлатыуынса, күп төр продукциянан беҙҙең шарттарҙа аҙыраҡ сығым менән дә юғары сифат биргәндәрен һайлап алырға кәрәк: ниндәй аҙыҡ төрҙәре өсөн ресурстар етерлек һәм хатта артығы менән тәьмин итерлек, милли хужалыҡ итеү йолаларын нисек отошло файҙаланып була... Ҡул көсө күп булған төбәктәрҙә йәшелсәселекте алға ебәрергә мөмкин, ләкин боронғо ҡоралдар менән түгел, ә заманса техника һәм технология ҡулланып. Мал аҙығы ғына үҫкән ғәйәт ҙур майҙандарҙы һыйыр малы, һарыҡ, йылҡы аҫраған “ранчо”ларға әйләндереү өсөн дә шарттар етерлек.
Артабанғы һәм артыҡ оҙаҡҡа һуҙмай тормошҡа ашырылырға тейешле баҫҡыс – Рәсәй аҙыҡ-түлегенең донъя баҙарын яулай башлауы. Быға саҡлы тиҫтәләрсә йыл эске баҙар ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә генә йөҙ тотҡас, Рәсәй ауыл хужалығының экспорт эшмәкәрлеге буйынса тәжрибәһе юҡ тиерлек. Тимәк, был йүнәлештә эшләйһе күп әле.


Улар иҡтисадҡа нигеҙ һала


Төҙөлөш тармағы предприятие­ларының иҡтисадтың башҡа өлкә­ләре үҫешенә лә хәл иткес йоғонто яһауы һәм уларҙың йәмғиәттең социаль ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүе бәхәсһеҙ. Тармаҡтың импортҡа бойондо­роҡлолоғо ике төрҙә ҡарала: төҙөлөш материалдары етештереүҙә һәм объекттарҙы ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән ҡорамалдар эшләп сығарыуҙа. Әммә һуңғы тиҫтәләрсә йыл эсендә тармаҡтың инновациялы үҫешкә мохтажлығы менән илдең ғилми-тикшеренеү комплексының ошо мохтажлыҡҡа яуап биреү һәләте араһындағы айырма ныҡ ҡына артты. Шул арҡала төҙөлөш предприятиеларын технологик яҡтан яңыртыу, нигеҙҙә, сит илдәр ярҙамында башҡарыла. Рәсәйҙең машиналар эшләү тармағы төҙөүселәр өсөн заман талаптарына яуап биргән ҡорамалдар етештерә алмай, шуға күрә уларҙы Германиянан, Франциянан, Ҡытайҙан һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙән һатып алырға мәжбүр булалар.
Рәсәйҙә был ҡорамалдарҙы эшләп сыға­рыу өсөн етештереү ҡеүәт­тә­ренә, кадр­ҙарға эйә булған һәм инновациялы үҫешергә һәләтле предприятиелар етерлек. Әлбиттә, уларға дәүләттең матди ярҙамы ғына түгел, ә ойоштороу яғынан үҙгәртеп ҡороу ҙа талап ителә. Шуны күҙ уңында тотоп, илдә бер нисә төҙөлөш кластеры булдырылды. Уларға үҙҙәре урынлашҡан һәм тирә-яҡ төбәктәрҙе төҙөлөш материалдарының тулы номенкла­тураһы менән тәьмин итеү бурысы ҡуйылған.
Башҡортостандың төҙөлөш тармағы үҫешенә ыңғай йоғонто яһарға тейешле Урал кластеры, мәҫәлән, сит илдәр менән көнәркәш­леккә һәләтле төҙөү-ҡороу продукцияһы етештереү генә түгел, ә уны һатыу баҙарын киңәйтеүҙе лә маҡсат итеп ҡуя.


Башҡортостан өлгө күрһәтә


Ил Хөкүмәте ҡабул иткән программа документтарынан һуң беҙҙең республикала ла импортты алмаш­тырыуға булышлыҡ итеү буйынса 2015–2018 йылдарға иҫәпләнгән саралар планы төҙөлгәйне. Сәнәғәт һәм энергетика министрлығының ошо осорға отчет докладынан күренеүенсә, был йүнәлештә билдәләнгән бөтә 45 сара ла тормошҡа ашырылған.
“Юл картаһы”ның ошо пландағы төп саралары Башҡортостан предприятиелары продукцияһын ҙур интеграцияланған компаниялар тарафынан файҙаланылыуын киңәйтеүгә йүнәлтелгәйне. Ошо эш барышында импортты алмаштырған тауарҙар етештерә алырлыҡ предприятиелар исемлеге төҙөгәндәр. Стандарттарҙың халыҡ-ара талаптарын аңлатыу, сауҙалашыуҙа ҡатнашыу шарттары буйынса семинарҙар үткәрелгән. Һуңғы өс йылда “Газпром”, “Сорғотнефтегаз”, “Сибур – Холдинг”, “УГМК-Холдинг”, “ЛУКОЙЛ” йәмғиәттәре менән системалы эш яйға һалынған. Һөҙөмтәлә республика предприятиеларының ошо компаниялар ихтыяжы өсөн контракттары һаны 20 процентҡа артты һәм меңгә яҡынлашты. Ике йыл элек “Роснефть” нефть компанияһы менән дә килешеү төҙөлгәйне һәм уның үтәлеше уңышлы бара.
Башҡортостанда импортты алмаштырған тауарҙар етештереүҙе арттырыу сәйәсәте артабан да дауам итәсәк. Төбәкте комплекслы үҫтереү, иҡтисади һәм социаль программаларҙың үтәлеше, төбәк клас­терҙары ойоштороу һәм башҡа әһәмиәтле саралар ҙа республика предприятиеларының көнәркәшлеген көсәйтеүҙе, артабан донъя баҙарына сығыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Читайте нас