Бында алданған өлөшсөләр юҡ.
“Беҙ һеҙгә бәхет төҙөйбөҙ!” – Стәрлетамаҡ ҡалаһының “ИнвестРайСтройЗаказчик” төҙөлөш компанияһы ошондай лозунг менән эшләй. Улар һалған йорттарға күсеп, үҙ фатирҙарында йәшәй башлаған кешеләр менән аралашһаң, өй хужаларының, ысынлап та, бында бәхет табыуы дәлилләнә.
Компания Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районының күсемһеҙ милке баҙарында 2004 йылдан алып эшләй. Улар 16 йыллыҡ эшмәкәрлеге дәүерендә кирбестән күп ҡатлы, сифатлы һәм үҫешкән инфраструктуралы 27 йорт төҙөп тапшырған, “Лазурный” биҫтәһендә 61 коттедж һалған. Әлеге мәлдә биш йорт төҙөлөү өҫтөндә. 4200 фатир тапшырылған.
Ҡасандыр ҡола ялан булған урында бөгөн заманса һәм зауыҡлы ҙур бер биҫтә үҫеп сыҡҡан. “Лазурный”ҙа алты меңдән ашыу ғаилә өй туйлаған. Был – йәмғеһе 240 мең квадрат метр торлаҡ. Уларҙа дүрт мең самаһы сабый донъяға килгән. Был ғаиләләр уңайлылыҡты, йылы мөхитте һәм сифатты яҡын күрә. Биҫтәлә аҙыҡ-түлек магазиндары, дарыухана, бөҙрәханалар, сауҙа үҙәктәре, ресторандар, тренажер залдары һәм балалар спорт секциялары бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, барыһы ла кешегә уңайлы булһын өсөн эшләнгән.
– Йорттар һалғанда беҙ тик экологик материалдар ҡулланып эшләйбеҙ. Кирбес йорттарҙы беҙҙең илдә генә түгел, бар донъяла уның сифаты һәм йылылығы өсөн яраталар. Кирбес яҡшыраҡ “тын ала”, йылыны тота, янғындан бик юғары кимәлдә һаҡланған. Беҙгә клиенттарыбыҙ өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы шарттар булдырыу бик мөһим, – ти компания вәкилдәре.
Стәрлетамаҡтың “ИнвестРайСтройЗаказчик” компанияһы – үҙ ҡалаларында һәм Башҡортостанда ғына түгел, бөтә илдә танылыу, абруй яулаған ойошма. Ул XXI Бөтә Рәсәй конкурсында иң яҡшы төҙөлөш компаниялары араһында икенсе урынды яулаған. Минеңсә, был ил кимәлендәге баһа, һәм еңеү бик күп нәмә тураһында һөйләй.
Йылдан-йыл ойошманың клиенттары арта. Улар быға нисек өлгәшкәнме? Тәү сиратта, торлаҡҡа түбән хаҡтар, төҙөлөштөң юғары сифаты һәм унда йәшәгәндәрҙең уңайлылығын ҡайғыртыу менән. Иң мөһиме, компания баҙарға сығып эшләй башлағаны бирле бында бер генә лә алданған өлөшсө булмаған. Барлыҡ объекттар ҙа тотҡарлыҡһыҙ, ваҡытында тапшырыла. Әйткәндәй, тап ошо компания республикала тәүгеләрҙән булып төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусыларҙың торлағын страховкалай башлағайны. Хәҙер был процедураны барлыҡ төҙөлөш компаниялары ла закон буйынса мотлаҡ башҡарырға тейеш, ә үҙенә ышанған “ИнвестРайСтройЗаказчик” заманында был аҙымға үҙ теләге менән барғайны.
Бер кемгә лә сер түгел: нисек кенә хаҡтар түбән булмаһын, бөгөн фатирлы булыуы еңел түгел. Шуға күрә күптәр, айырыуса йәштәр ипотека кредитын алыуҙы хуп күрә. Мәҫәлән, “Ғаилә ипотекаһы” программаһы буйынса, улар төҙөгән йорттарҙы 4,7 процент менән алырға була. Шулай уҡ был йәһәттән компанияның башҡа өҫтөнлөктәре лә бар. Улар Һаҡлыҡ банкы, “Абсолют Банк”, “Уралсиб”, “ВТБ24”, “Россельхозбанк”, “Газпромбанк” һәм башҡа ипотека биргән банктар менән электән даими хеҙмәттәшлек итә һәм кредит буйынса берлектә махсус программа эшләгәндәр. Эйе, банктар үҙҙәре түбән ставка менән кредитлауға бара алмай, барыһы ла аңлашыла – баҙар иҡтисады заманында йәшәйбеҙ. Түбәнерәк күрһәткескә өлгәшеү ни бары төҙөүсе компания иҫәбенә генә мөмкин. Клиенттары өсөн тырышҡан ойошма ипотекаға субсидиялар бирә, уны ҡала кешеләре өсөн мөмкин булғанса уңайлы итергә тырыша. Шундай ҡараш менән, әлбиттә, халыҡ уларҙы һайлай һәм ышана.
Төҙөлөш бөгөн дә әүҙем бара. Үҫеш планы 2028 йылға тиклем билдәләнгән. “ИнвестРайСтройЗаказчик” бурыс-ниәттәренән тайпылмай, артабан үҫеүен һәм кешеләргә ысын мәғәнәһендә бәхет төҙөүен дауам итә.