Республика умартасыларын Бөрйән бал ҡортон үрсетеү буйынса проектта ҡатнашырға саҡыралар. Уларға ошо маҡсаттан ҡорт пакеттары һәм инә ҡорттар тәҡдим ителә.
Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Байтуллин билдәләүенсә, төбәктә уларҙы һатып алыуға киткән сығымдың 50 процентҡа тиклем сығымын ведомство кире ҡайтарырға ниәтләй.
Бөгөнгә 15 ғариза тапшырылған. Әлбиттә, ҡатнашыусы проектына индереү өсөн, республиканың Айырыуса һаҡланған биләмәләр дирекцияһы директоры Марат Хәсәнов әйтеүенсә, белгестәр умарталыҡтың тирә-яғын тикшерергә, унда көньяҡ тоҡомло ҡорттар булмауын аныҡларға бурыслы. Бынан тыш, умартасының ниндәй материалда эшләүен өйрәнәсәктәр. Бөтә был тикшереүҙәр бушлай үткәрелә.
"Беҙҙең бурыс – Бөрйән ҡортоноң генетик таҙалығын булдырыу. Артабан шуға ярашлы тәбиғи юл менән уларҙы үрсетеү һәм таратыу зарур. Беҙ тоҡомдоң таҙалығын, генетикаһын күҙәтеп торасаҡбыҙ. Әйтергә кәрәк: республикала Бөрйән ҡорто өсөн аҙыҡ базаһы етерлек. Көньяҡ тоҡомо балды ауыл хужалығы культураларынан йыйыуға йүнәлеш алһа, абориген ҡорттар – йүкәнән һәм болон үләндәренән. Беҙҙә йүкә ағастары күп, экологияға зыян килтермәй йөҙәр меңләгән ҡорт ғаиләләре тоторға мөмкин", - ти Марат Хәсәнов.
Белгес шулай уҡ бөжәктәрҙе бергә ҡушыу хәүефле булыуын белдерҙе. Гибридтарҙың тәүге йылда ғына юғары уңыш биреүе асыҡланған. Һуңынан ҡорттар бындай һәләтен юғалта.
Быйыл ҡара урман бал ҡортонан 300 ғаилә йыйылған (100 һатып алынған, 200 сығарылған). 2020 йылда 600 ҡорт ғаилә сығарыу күҙҙә тотола. Ә 2025 йылға Дирекцияның таҙа Бөрйән тоҡомло 2 000 ҡорт ғаиләһе булырға тейеш.
Фото Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.