Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Декабрь 2019, 14:30

Европа менән Азия Өфөгә йыйылды

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында барған “Башҡортостан саҡыра!” инвестиция форумы сиктәрендә секциялар ултырыштары уҙғарылды.

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында барған “Башҡортостан саҡыра!” инвестиция форумы сиктәрендә секциялар ултырыштары уҙғарылды. Уларҙың тәүгеһе “Бизнесҡа ярҙам структураһы: индустриаль парктар, иҡтисади зоналар, үҫеш институттары” тип аталһа, икенсеһе “Бизнес яҡлау аҫтында” тип исемләнгәйне. Был сараларҙы республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте, дәүләт идара итеүенең һанлы үҫеше министрлыҡтары ойошторҙо.
Форумда башҡарма властың федераль органдары, Европа һәм Азия илдәренән 500-ҙән ашыу вәкил, 300 тирәһе ҙур компания, 120 журналист ҡатнаша. Сараны 25 спикер һәм дүрт модератор алып бара. Улар араһында – билдәле телевизион алып барыусы Владимир Познер.
Сара башланыр алдынан “Торатау” конгресс-холында Башҡортостанда инвестиция мөмкинлектәрен сағылдырған күргәҙмә асылды.
Читайте нас