– Сауҙа-сәнәғәт палатаһы быйыл 53 сара үткәрҙе, уның эшендә 75 870 кеше ҡатнашты, – тине Палата президенты Тимур Хәкимов. – Улар иҫәбендә – төбәктәрҙе һәм урындағы халыҡты берләштергән “Һөт иле”, 29 ил вәкилдәре ҡатнашҡан халыҡ-ара балалар уйындары, йылына 75 мең кешене хеҙмәтләндерергә һәләтле Миграция үҙәге һәм башҡалар.