Иҡтисад
18 Декабря 2019, 13:30

Һөйләшеү эшлекле шарттарҙа барҙы

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында барған “Башҡортостан саҡыра!” инвестиция форумы сиктәрендә пленар ултырыш үткәрелде.

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында барған “Башҡортостан саҡыра!” инвестиция форумы сиктәрендә пленар ултырыш үткәрелде. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Модератор вазифаһын билдәле журналист һәм телевизион алып барыусы Владимир Познер башҡарҙы. Сарала Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәте, донъя киңлегендә етештереү һәм эшлеклелек әүҙемлегенең яңы кимәлгә сығыуы, илдә барған үҙгәрештәр, глобалистика талаптары һәм башҡа мәсьәләләр күтәрелде.
Пленар ултырышта шулай уҡ Рәсәй төбәктәренә инвестиция йәлеп итеүҙәге етәксеһе, төбәк проекттары буйынса директор Александр Малах, “Агросакмара Башкирия” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Фабрицио Ванди, Төркиәнең Черкезёй сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сөләймән Козува, “УК СИГМА ХОЛДИНГ” компаниялары төркөмөнөң идара рәйесе Александр Махров һәм башҡалар сығыш яһаны.
Саранан һуң “Алга, Башкирия!” Әүҙем инвесторҙар клубының ултырышы үтте.
Читайте нас