Иҡтисад
19 Декабря 2019, 09:30

Авиацияла - Белорет канаттары

Яңы ҡулланыусы - “Алыҫ Көнсығыш авиация сервис үҙәге” йәмғиәте заказы буйынса предприятие диаметры 4 мм тәшкил иткән цинклы ҡорос канаттарҙың беренсе партияһын сығарҙы. Етештерелгән продукция вертолеттарҙың руль менән идара итеү механизмында ҡулланыласаҡ.

Белорет Металлургия комбинаты авиация өсөн канаттар етештерә башланы.
Яңы ҡулланыусы - “Алыҫ Көнсығыш авиация сервис үҙәге” йәмғиәте заказы буйынса предприятие диаметры 4 мм тәшкил иткән цинклы ҡорос канаттарҙың беренсе партияһын сығарҙы. Етештерелгән продукция вертолеттарҙың руль менән идара итеү механизмында ҡулланыласаҡ.
Билдәле диаметрҙағы сымдарҙы ҡулланыу авиаканаттарҙың ныҡлығын тәьмин итә һәм эксплуатациялау ваҡытын оҙонайта. Ә уларҙың ҡатылығы руль винты менән теүәл идара итергә мөмкинселек бирә.
Әйткәндәй, 2016 йылда БМК авиация канатын уйлап сығарғаны өсөн Рәсәйҙең “Металл-Экспо” металлургия күргәҙмәһендә алтын миҙал менән дә бүләкләнгәйне.
Фото: БМК сайтынан.
Читайте нас