Иҡтисад
20 Декабря 2019, 05:33

Беҙ – ышаныслы төбәк

Баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында барған был сараның ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы, Башҡортостандың Конгресс-бюроһы, “Эшлекле Рәсәй”ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы. Форумдың эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, дәүләт власы органдары вәкилдәре, ҙур компаниялар етәкселәре ҡатнашты.

Өфөлә “Башҡортостан саҡыра!” инвестиция форумы үтте.


Баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында барған был сараның ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы, Башҡортостандың Конгресс-бюроһы, “Эшлекле Рәсәй”ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы. Форумдың эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, дәүләт власы органдары вәкилдәре, ҙур компаниялар етәкселәре ҡатнашты.


Сара төбәктең йоғонтоло инвестиция сәйәсәте мәсьәләләрен ҡарауҙы һәм яңы инвесторҙар йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйғайны. Форумда федераль башҡарма власть органдарынан, Европа һәм Азия илдәренән 500-ҙән ашыу, 300 тирәһе ҙур компания вәкилдәре, 120 журналист ҡатнашты. Йыйынды 25 спикер һәм дүрт модератор алып барҙы. Улар араһында билдәле журналист һәм телевизион алып барыусы Владимир Познер ҙа булды.


Сара алдынан “Торатау” конгресс-холында Башҡортостандың инвестиция мөмкинлектәрен сағылдырған күргәҙмә асылды. Оло йыйын секциялар ултырыштары менән башланып китте. Уларҙың тәүгеһе “Бизнесҡа ярҙам структураһы: индустриаль парктар, иҡтисади зоналар, үҫеш институттары” тип аталһа, икенсеһе – “Бизнес яҡлау аҫтында”, ә өсөнсөһө “Һанлы донъя. Киләсәккә инвестициялар” тип исемләнгәйне. Был сараларҙы республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте, Дәүләт идара итеүенең һанлы үҫеше министрлыҡтары ойошторҙо.


Форумдың төп ваҡиға­ла­рының береһе – инвесторҙар менән дөйөм суммаһы 4 миллиард 600 миллион һум тәшкил иткән килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу. Ул Салауат ҡала­һында порошоклы селикагель етештереү ҡеүәттәре һәм углеводород газын эшкәртеү ҡоролмаһы төҙөүҙе күҙ уңында тота.
Йыйын сиктәрендә респуб­ли­каның Сауҙа-сәнәғәт пала­таһы ла үҙенең быйылғы эшенә йомғаҡ яһаны.

– Сауҙа-сәнәғәт палатаһы быйыл 53 сара үткәрҙе, уның эшендә 75 870 кеше ҡат­нашты, – тине Палата президенты Тимур Хәкимов. – Улар иҫәбендә – төбәктәрҙе һәм урындағы халыҡты берләш­тергән “Һөт иле”, 29 ил вәкил­дәре ҡатнашҡан Халыҡ-ара балалар уйындары, йылына 75 мең кешене хеҙмәт­ләндерергә һәләтле Миграция үҙәге эше һәм башҡалар.

Республикабыҙҙың презен­тацияһы, нигеҙҙә, сит илдәрҙән һәм Рәсәйҙең башҡа төбәк­тәренән килгән ҡунаҡтарҙы Башҡортостан менән таныш­тырыуҙы маҡсат итеп ҡуйғай­ны. Уны төбәк Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров алып барҙы. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, тележурналист Владимир Познер, ҙур компаниялар етәкселәре, инвестициялар буйынса белгестәр ҡатнашты.
Андрей Назаров республи­каның иҡтисади, ғилми һәм интеллектуаль ҡеүәте тура­һын­да ентекләп һөйләне. Зал­да ултырған тыңлаусы­лар­ҙың байтаҡ өлөшө Башҡорт­останға беренсе тапҡыр килгән инвесторҙар ине, улар өсөн был лекцияның ҡыҙыҡлы булыуына шик юҡ. Андрей Геннадьевич әйтеүенсә, республика етәксеһе аҙна һайын үткәргән “Инвестиция сәғәт­тәре”ндә 360 миллиард һум­лыҡ 153 проект ҡаралған да инде.
Форум барлыҡ эшкә йомғаҡ яһаған, бөтә йыйылған тәҡ­димдәр яңғыраған пленар ултырыш менән тамамланды. Унда Башҡортостандың иҡти­сади ҡеүәте, донъя киңлегендә етештереү һәм эшлеклелек әүҙемлегенең яңы кимәлгә сығыуы, беҙҙең илдә барған үҙгәрештәр, глобал­ләшеү талаптары һәм башҡа мәсьәлә­ләр күтәрелде. Ултырышта Рәсәй төбәктәренә инвестиция йәлеп итеү үҙәге етәксеһе, төбәк проекттары буйынса директор Александр Малах, “Агросакмара Башкирия” яуаплы­лығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Фабрицио Ванди, Төркиәнең Черкезёй сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сөләймән Козува, “УК СИГМА ХОЛДИНГ” компаниялары төркөмөнөң идара рәйесе Александр Махров, “Дога” финанс төркөмө” йәм­ғиәте директоры Владислав Кочетков һәм башҡалар сы­ғыш яһаны. Ултырыш һуңынан “Алга, Башкирия!” әүҙем инвесторҙар клубы ағзалары ла йыйылып һөйләште, унда Башҡортостанда әле уңышлы тормошҡа ашырыла башлаған проекттар ҡаралды.
– Нимә эшләһәк тә, бөтә ынтылыштарыбыҙ халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыуға йүнәлтелергә тейеш, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙ әле яҡшы йәшәйбеҙ тип әйтеп булмай, проблемалар күп, шул иҫәптән – социаль йәһәт­тәгеләре лә. Инвести­цияларҙы күберәк йәлеп итеү өҫтөндә эшләүебеҙ уларҙы хәл итеүҙе маҡсат итеп ҡуя ла инде. Беҙгә ышанғанығыҙ һәм инвестициялар һалыуығыҙ өсөн рәхмәт. Беҙҙең республика – инвестициялар өсөн ышаныслы төбәк.
Читайте нас