Иҡтисад
20 Декабря 2019, 05:40

Инвесторҙар менән осрашыуҙар

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында үткән беренсе “Башҡортостан саҡыра!” инвестиция форумы нигеҙендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән төп инвесторҙар – төбәктең стратегик партнерҙары менән эшлекле осрашыуҙар үткәрҙе.

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында үткән беренсе “Башҡортостан саҡыра!” инвестиция форумы нигеҙендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән төп инвесторҙар – төбәктең стратегик партнерҙары менән эшлекле осрашыуҙар үткәрҙе.


Көн тәртибенә күләмле инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре, дәүләт ярҙамы саралары, шулай уҡ артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре инде.


– Бөгөн беренсе инвестиция форумын үткә­рәбеҙ. Ул яҡшы йолаға әүерелер. Сараға ин­вес­тиция шарттарына ҙур йоғонто яһаған партнер­ҙарыбыҙҙы саҡырабыҙ, – тине Радий Хә­биров. – Форумда 300-гә яҡын инвестор ҡат­наша. Уларҙың ҡайһы берҙәре беҙҙә проект­тарын тормошҡа ашыра, ҡайһылары республи­ка менән танышырға, күрергә килгән.


***

“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акцио­нерҙар йәмғиәте президенты Хәсән Татриев менән осрашыуҙа төбәк Башлығы Башҡортостандың төп инвесторы булған компания ошо юҫыҡта эшен дауам итер, тигән ышаныс белдерҙе. Хәсән Татриев, “Башнефть” эшмә­кәрлеген юғары баһалаған өсөн Радий Хәбировҡа рәхмәт әйтеп, республикала инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу планға ярашлы дауам итәсәк, тип билдәләне.


***

“Уралсиб” банкы идараһы рәйесе Константин Бобров ме­нән әңгәмәлә Радий Хәбиров финанс институттары эшмә­кәр­легенең республика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуы ха­ҡында белдерҙе. Банк етәк­се­һе торлаҡҡа аҡса туплау про­граммаһы буйынса алып барылған эш тураһында һөй­лә­не. Уның әйтеүенсә, про­грам­ма халыҡта ихтыяж менән файҙалана, ҡатнашыусылар һаны даими арта. Радий Хә­биров, кәрәк икән, республика уны бюджеттан финанс­лауҙы арттырырға әҙер, тип билдәләне.


***

“Газпром нефтехим Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Айрат Кәримов Баш­ҡорт­остан Башлығы менән осра­шыуҙа киләһе йыл предприятиела каталитик крекинг комплексын сафҡа индереүҙең планлаштырылыуы хаҡында һөйләне. Проектҡа инвестиция күләме 42 миллиард һум тәшкил итәсәк. Айрат Кәримов әйтеүенсә, компания республика менән өс инвестиция килешеүе төҙөгән. Уларға ярашлы “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтенә тейешле дәүләт ярҙамы саралары күрһәтелә. Үҙ сиратында предприятие төбәк сәнәғәтен йылдам үҫтереүгә ҙур тырышлыҡ һала.
Читайте нас