Быйыл шәхси йортта газ үткәреү өсөн сертификатты 284 ғаилә аласаҡ, тип хәбәр итә республиканың Төҙөлөш һәм архитектура комитеты.
Был ғаиләләр ошо программала ҡатнашыусылар тип танылған һәм республиканың Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең филиалдарында ошо сертификатты алыу хоҡуғына эйә. Бынан тыш, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: бындай сертификаттарҙы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар һәм унда инвалид булғандар, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән һәм ишле ғаиләләр алыу хоҡуғына эйә.
Уның суммаһы 60 мең һум тәшкил итә. Ә аҙ килемле граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар өсөн – 100 мең һум.