Иҡтисад
27 Декабря 2019, 05:30

Яңы йылдан автомобилдәр яңыса теркәләсәк

Был хаҡта ил Хөкүмәтендә хәбәр иттеләр.

Шулай итеп, 2020 йылдан еңел машинаны автосалонда һатып алған осраҡта ЮХХДИ-ға бармайынса ла иҫәпкә ҡуйып буласаҡ. Автомобиль хужаһы теркәү тураһындағы танытманы һәм һан билдәләрен салонда алыу хоҡуғына эйә.
Был хеҙмәттең хаҡы 500 һумдан артмаясаҡ, тип күҙаллана. Төбәктең коды ла машина хужаһы теркәлгән урынға бәйле булырға тейеш.
Читайте нас