Европаға сәйәхәт ҡылырға яратҡандар өсөн ҡыуаныслы хәбәр бар: киләһе йылдан Өфөнән Италияға тура рейс асылыуы мөмкин. Был хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр иткән.
Әйткәндәй, ағымдағы йылдың 3 июненән Австрияның Вена ҡалаһына асылған авиарейсты күп пассажирҙар үҙ итеп тә өлгөрҙө.
Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, был йүнәлеш республикала һәм күрше төбәктәрҙә йәшәүселәрҙә ҙур ихтыяж менән файҙалана. Евросоюз илдәренә осоу өсөн Татарстан, Пермь крайы һәм Удмурт Республикаһы вәкилдәре Өфөнө һайлай.
Шулай уҡ 2020 йылдың 30 мартынан баш ҡалабыҙҙан Ереван ҡалаһына ла тәүге авиарейс осасаҡ. Уны “Азимут” авиакомпанияһы хеҙмәтләндерәсәк.