Иҡтисад
30 Декабря 2019, 13:30

Төҙөлөш тармағында эштәр көйлө

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин хәбәр итеүенсә, республика халҡына ошо проект буйынса ташламалы ставка менән ике мең ипотека кредиты бирелгән. План ике тапҡырға арттырып үтәлгән.

Бөгөн республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә күп тармаҡтарға 2019 йыл өсөн йомғаҡтар яһалды. Шул иҫәптән “Жилстройсбережения” программаһы үтәлеше лә ҡаралды.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин хәбәр итеүенсә, республика халҡына ошо проект буйынса ташламалы ставка менән ике мең ипотека кредиты бирелгән. План ике тапҡырға арттырып үтәлгән.
– Төҙөлөш тармағы быйыл бик күп социаль объекттар төҙөнө. Планда булғанынан ике тапҡырға күберәк сыҡты. Был эшегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Артабан да темптарҙы кәметмәйек. Киләһе йылда ла ҙур объекттар төҙөй башлаясаҡбыҙ. Торлаҡ төҙөлөшөндә лә үҫеш күҙәтелә. Алданған өлөшсөләр менән йыл буйына әүҙем эшләнек. Ике меңгә яҡын ошондай кеше үҙ фатирын алып ҡыуанды. Был етди эш өсөн коллективҡа ҙур рәхмәт, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: Башинформ.
Читайте нас