Милли кредит тарихы бюроһы белдереүенсә, Башҡортостанда ноябрҙә, октябрь менән сағыштырғанда, бирелгән кредит карталары буйынса лимит 9,9 процентҡа артҡан. Шулай итеп, республика кредит карталарын биреү буйынса 30 алдынғы төбәк араһында уртаса лимит күләме буйынса – 19, лимиттың уртаса күләменең үҫеше буйынса 21 урынды биләгән.
Октябрҙә банктар карталар буйынса уртаса сумманы 54,6 мең һумға тиклем сикләгән. Был һан 49,7 мең һум тәшкил иткән, ә тотош илдә был лимит 61,9 мең һум булған.